

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Рәсәй генпрокуратураһының төҙөлөштә өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
Сара барышында асыҡланыуынса, илдә прокуратура һәм башҡа тейешле органдарҙың берҙәм эшләүе нигеҙендә илдә 1,8 мең объект буйынса алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителгән. Йыл башынан, шул уҡ ваҡытта, ете мең төрлө вазифа биләүселәргә һәм юридик шәхестәргә ҡарата яуапҡа тарттырыу булған. Тикшереү һөҙөмтәһендә 34 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостанда иһә бөгөнгә 80 проблемалы объект йәки йылдар буйы төҙөлөп бөтмәгән йорт-бина бар. Ошо йәһәттән 3,6 мең кешенең (алданған өлөшсөләрҙең) хоҡуғын яҡларға кәрәк. Әммә алға китеш тә ҙур: республика Биләмәләр менән идара итеү федераль фонды менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә һәм ошо нигеҙҙә 77 йорт буйынса мәсьәлә яйға һалынған. Шул иҫәптән 39-ы төҙөлөп бөтһә, 38-е буйынса компенсация түләнгән. Өс мең кешенең әлеге йәһәттән проблемаһы сиселгән. Компенсация суммаһы ете миллиард һум тәшкил итә.
Фото: "Башинформ".