Йәмғиәт
30 Август 2022, 05:00

“Баҫыуға әртистәр килде!”

Райондың агитбригадаһы баҫыуҙы сәхнә итеп, дәртләнеп бейене, уйын-көлкө менән кәйефтәрен күтәрҙе.  Беҙҙең халыҡ эшләй ҙә, күңел аса ла белә!

“Баҫыуға әртистәр килде!”“Баҫыуға әртистәр килде!”
“Баҫыуға әртистәр килде!”

Ҡыҙыу ураҡ өҫтөндә  Әлшәй районының үҙешмәкәр артистары ла тик ятмай.  Боронғо яҡшы ғәҙәттәрҙе иҫкә төшөрөп, улар баҫыуҙарҙа мул иген алыу өсөн көндө төнгә ялғап эшләгән яҡташтары эргәһенә йыр-бейеүҙәре менән ашыға.

Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, баҫыуҙан ҡайтып инмәгән игенселәргә лә төшкө аш мәлендә аҙыраҡ көс-хәл йыйып, күңелгә ял-дәрт биргән йырҙарҙы тыңлау, бейеүселәрҙең оҫталығы менән һоҡланыу  һис ҡамасауламаҫ. Бөгөн дә алтын башаҡлы баҫыу йыр-моңға тулды. Райондың агитбригадаһы баҫыуҙы сәхнә итеп, дәртләнеп бейене, уйын-көлкө менән кәйефтәрен күтәрҙе.  Беҙҙең халыҡ эшләй ҙә, күңел аса ла белә! Үҙешмәкәр артистар “Раевская”, ”Уральская торговая компания” ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарында концерт ҡуйып, иген уңышына ҡыуанып, рәхәтләнеп йөрөп ҡайтты.  Был күңелле тамашаға “Әлшәй хәбәрҙәре”хәбәрсеһе Фәнүзә Сәләмова ла шаһит булған.

Фәнүзә Сәләмова фотоһы.

“Баҫыуға әртистәр килде!”
“Баҫыуға әртистәр килде!”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас