Йәмғиәт
30 Август 2022, 15:52

Яҡшы эшкә аҡса йәл түгел

Көнүҙәк проект халыҡты берләштерә.

Валерий Шахов фотоһы.Валерий Шахов фотоһы.
Фото:Валерий Шахов фотоһы.

Халҡыбыҙҙа борондан матур йола бар. Уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәр, яҡташтар тыуған ауылына ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, ғалимдарыбыҙ йәштәрҙе уҡырға әйҙәй, яҙыусылар китап яҙа һәм халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора, йырсылар һәм бейеүселәр ауылдаштарының мәҙәни тормошон биҙәй, эшҡыуарҙар эш урындары аса, саралар үткәреүҙә матди ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған ошондай кешеләрҙе республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал” проекты туплап тора.

 

Ауыл халҡы дәррәү ҡушыла

 

 “Атайсал”ға ярашлы ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла? Кемдәр улар – йомарт һәм ярҙамсыл яҡташ­тар? Ярҙам көтмәйенсә, үҙҙәре ҙур эш башҡарғандар бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡса­тында изге эштәрҙе бойомға ашырған кешеләр менән яҡындан таныштыҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хә­бировтың тәҡдиме менән башланған проект нигеҙендә республикала өс меңдән ашыу изге эш башҡарылған. Мәҫәлән, Краснокама районының Яңы Аҡтанышбаш ауылында башҡарылған саралар күптәргә өлгө булып тора. Унда 2008 йылдан иҫке китапхана урынында Иман йорто эшләй. Быйыл “Атайсал” проекты буйынса уның ҡыйығын яңыртҡандар, ошо маҡсатта 180 мең һум аҡса тотонолған.

– “Атайсал” минең өсөн, беҙҙең өсөн бик ҙур хәйриә сараһы булып тора. Ғөмүмән, изге эштәр уңышлы ғәмәлгә ашырыла, Аллаға шөкөр. Проектта Айрат Мортазин ихлас ҡатнаша. Киләсәктә лә изге ниәттәр менән йәшәргә яҙһын. Мәсетебеҙҙе көндән-көн матурлап, тергеҙеп барабыҙ, – ти улар.

Яңы Аҡтанышбаштан Айрат Мортазин хәйриә эше менән әүҙем шөғөл­ләнә. Мәсетте асҡан мәлдә ул ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, хәҙер иһә йылылыҡ-энергетика компа­нияһы директоры вазифаһында. Былтыр уҡ ул тыуған ауылындағы мәктәп­тең ишек һәм тәҙрәләрен яңыртыу өсөн 270 мең һум аҡса бүлгән, быйыл “Атайсал” проекты ярҙамында принтерҙар, кабинеттарҙың тәҙрәләре яңыртылған. Йыл һайын иң яҡшы сығарылыш уҡыусыһына өс мең һум күләмендә стипендия тапшырыуҙы ойошторған. Белем усағын кәртәләргә лә ярҙам иткән.

Ҡуян ауылында йүнселдең тырыш­лығы менән балалар майҙансығы кәртәләнгән. Майҙансыҡ ҡорамалда­рын “Берҙәм Рәсәй” партияһы йәмәғәт проектында ҡатнашып алғандар.

Ғөмүмән, быйыл районда 291 проект тамамланыу өҫтөндә. Мәктәптәргә, ауыл клубтарына күп ярҙам иткәндәр. Ауыл­дарҙың төҫөн тәртипкә килтереү буйынса күп кеше ҡатнашҡан. Шишмә­ләрҙе, зыяраттарҙы кәртәләгәндәр. Шулай уҡ ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырған кешеләр ҙә булған.

– 2021 йылдың 1 мартынан башлап бөгөнгә тиклем беҙҙең Краснокама районында “Атайсал” проекты буйынса 872 проект тормошҡа ашырылды. Был бер йыл эсендә генә. Һандар үҙҙәре үк һөйләй һәм был проекттар төрлө йүнәлештәрҙә – төҙөлөш, спорт, мәҙәни саралар ойоштороу, урамдарҙы, парктарҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ дини, мәҙәни, спорт үҙәктәрен ремонтлау, шәхси ярҙам күрһәтеү буйынса ғәмәлгә атҡарыла.

Күләмле проекттар араһында Яңы Ҡабан ауылында тыл эшсәндәре һәм һуғыш балаларына стела асылды. Бында инициаторҙар – ауыл халҡы, Рима апай менән Рәсим ағай Төх­вәтуллиндар, Ирек ағай Хөснөтдинов. Улар ойоштороу эштәрен тулыһынса үҙ өҫтөнә алды, ауыл халҡы ла дәррәү ҡушылды, аҡса йыйып, үҙҙәре генә ойошторҙо, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре ҡушылманы.

Бындай проекттар байтаҡ ҡына. Айрат Миркамал улы 21 проектта ҡатнаша. Беҙҙә күләмле проекттар буйынса Яңы Ноғай ауылы халҡы бергә йыйылып, шишмәләрҙе ҡарай, тирә-яғын матурлай, төҙөкләндерә, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Земфира Сәғитова.

 “Атайсал” проекты порталында Асҡын районынан 371 проект теркәлгән һәм уларҙың 359-ы тамамланған, шул иҫәптән Солтанбәк ауылы биләмәһендә 35 проект тормошҡа ашырыла, уларҙың 29-ы Солтанбәк ауылына тура килә.

– Солтанбәк ауылы халҡы шишмә­ләрҙе төҙөкләндерҙе. Йәнә Шаһийән Муллағәлиев хөрмәтенә иҫтәлекле таҡ­таташ астыҡ. Ул ауылыбыҙҙың бик абруйлы хәрби кешеһе булған, шә­жәрәләрҙе өйрәнеп, архивтағы­ларын файҙаланып, ауылыбыҙҙың ҙур шәжәрәһен төҙөнө. Халыҡ менән бергә тотоноп, бөтә шәжәрәләрҙе оло кешеләрҙән яҙып алып ҡалдыҡ.

Берҙәмлектең сағыу өлгөһө

 

Проекттар араһында мәсет тә бар: йылылыҡ үткәрелде, уның эсе яңыр­тыла. Был изге эштәргә эшҡыуарҙар ҙа ярҙам итә, Себерҙә эшләгән күпселек ауылдаштар күп кенә аҡса ебәрә. Ауыл халҡы, берҙәм аҡса йыйып, ярҙам итеп тора, – тине Асҡын районының Солтанбәк ауылы Атайҙар ҡоро етәксеһе Данис Суфиянов.

Асҡын районында иң берҙәм ауылдарҙың береһе – Ҡарткиҫәк, тип әйтергә була. Улар дини яҡтан да, башҡа йүнәлештәрҙә лә бергәләп эш итә. Был ауыл башҡаларға ла өлгө булып тора. Былтыр ул “Ауыҡ ауыл” конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Ғөмүмән, солтанбәктәр ҙә, ҡарткиҫәктәр ҙә берҙәм, татыу йәшәй.

Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, быйыл 16 авгусҡа ҡарата республикала “Атайсал” мәғлүмәт порталында 10029 ғариза теркәлгән һәм уларҙың туғыҙ мең самаһы тамамланған, ҡалғандары өҫтөндә эш алып барыла. Ошо маҡсатта тотонолған аҡса 500 мил­лион һум кимәлен күптән үтте. Был бары яҡташтарҙың көсө менән ғә­мәлгә ашырылған, һәм ул берҙәм­лектең сағыу өлгөһө булып тора.

– “Атайсал” – иң тәүҙә халыҡты, ауылдаштарҙы, яҡташтарҙы берләш­терә торған проект, тип уйлайым. Былтыр уны Радий Фәрит улы юҡҡа ғына иғлан итмәне, тыуған ауылына – Ишембай районының Һайран ауылына ҡайтҡан сағында ауылдаштары алдында уларға спорт майҙансығы төҙөргә вәғәҙә итә. “Атайсал” проекты халыҡты үҙҙәренең ауылында, ҡалаһында булған проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙыу өсөн иғлан ителгән. Был проект шуныһы менән файҙалы: әгәр бюджеттан аҡса бүленеп, ниндәйҙер бинаны, мәсетте төҙөүгә йәки ремонтлауға аҡса етмәһә, ауылдаштар йәки эшҡыуарҙар, бағыусылар ошо проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итә ала, ул да “Атайсал”ға инә. Йәғни бер-ике миллион һум түгел, илле йәки биш мең һум бирһәң дә, ул һинең ярҙамың булып һанала, шуға күрә проекттарҙың һаны күп, ә күләме төрлөсә, әммә иң мөһиме – халыҡтың шул маҡсатты, эште берҙәм тормошҡа ашырыуы, тип иҫәпләйем.

Бер мәл Стәрлетамаҡ районында булғайным. Унда “Суфия” исемле бик матур мәсет бар. Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаһының уртаһында урынлашҡан. Унда йәштәр сиратлап никах уҡыта. Ошо мәсетте Кантюковка ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Татарстанда йәшәгән, нефть һәм газ сығарыу тармағында эшләгән билдәле етәксе Рәфҡәт Кантюков үҙенең шәхси аҡсаһына төҙөткән.

Мәсеткә барлыҡ тарафтарҙан да киләләр. Бағыусы бының менән генә сикләнмәгән, ауылына газ да үткәргән, юл һалырға ла ярҙам иткән, йәғни ул бүтән төбәктә йәшәһә лә, үҙенең мөмкинлегенән сығып, шунса күләмдә ярҙам күрһәтә алған.

Кемдеңдер ундай мөмкинлеге юҡ икән, ул үҙенең ҡул көсө менән дә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, зыярат кәртәһен эшләү, таҙартыу һәр кешенең ҡулынан килә бит, – тип билдәләгәйне “Телеүҙәк” тапшырыуында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева.

Был изге эштә иң мөһиме – халыҡты уртаҡ бер идея менән берләштереү. Асҡын, Краснокама райондары өлгөһөндә ҡараһаҡ, халыҡта ниндәйҙер күтәрелеш тә, әүҙемлек тә сағыла.

Белорет районының Сермән ауылынан Лилиә Сибәғәтова ауыл табип-амбулаторияһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

– Беҙҙең Сермән ауылындағы табип-амбулаторияһына 2020 йылда капиталь ремонт эшләнде. Матур, яҡты бинала иҫке йыһаздың булыуы күңелде ҡыра ине, шуға ла кабинеттарға яңы мебель алыу теләге тыуҙы. Ошо маҡсатта “Атайсал” проектында ҡатнаштым. Үҙебеҙҙең Сермән ауылында тыуып үҫкән, әле Мәскәү ҡалаһында йәшәп, эшләп йөрөгән улдарым Рөстәм менән Рушан Сибәғәтовтарға мөрәжәғәт иттем. Улар беҙгә процедура кабинетына 47 мең һумлыҡ яңы йыһаз алды. Шулай уҡ педиатрия кабинетына 33 мең һумға торошло йыһаз, кешеләргә сират көткәндә уңайлы булһын өсөн биш йомшаҡ эскәмйә һатып алдылар.

Райондаштарыбыҙ ҙа “Атайсал” проектында ҡатнашырға бик теләп ҡушыла. Ауылдың аҡһаҡалдар ойош­маһы рәйесе Хәкимйән Ғилмет­дин улы Хәйретдинов көндөҙгө стацио­нарға ҡан баҫымы үлсәү өсөн аппарат бүләк итте. Урал спорт инвентарҙары заводы директоры Азат Риф улы Вил­данов, фермер Мостафа Усман улы Хәйруллин, “Спецпроект” йәм­ғиәте директоры Әғзәм Әҡсән улы Яла­летдинов, Вәхит Вәли улы Ғә­лимшин ярҙам ҡулы һуҙҙы. Мәҫәлән, Урал спорт инвентарҙары заводы ауыл балаларына уйын майҙансығы бүләк итте, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Лилиә Вил ҡыҙы.

Ысынлап та, “Атайсал” проектынан күренеүенсә, халыҡ әүҙем ҡатнашыу теләген белдерә. Унда ярҙамсыл кешеләрҙең изге ғәмәлдәрҙе кире ҡаҡмауы сағыла. Проект халыҡты берләштергән көс булып тора, тип икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин.

 

Уны артабан да дауам итеү зарур

 

Мәләүез районында ла ошондай киң күңелле, ярҙам итергә ашҡынып торған кешеләр бар. Дамир Фәнил улы Мәхмүтов Үрге Юлдаш ауылы мәктәбенең тамаша залын ремонтлауға 221 мең һум аҡса биргән. “Ошондай кешеләр милләттең бәҫен һәм данын күтәрә”, – ти мәләүездәр.

Былтыр Көйөргәҙе районының Иҫке Мораптал ауылында яңы төҫ алған башланғыс мәктәп асыла.

– Мәктәпкә 15 миллион һумға капиталь ремонт эшләнде. Беҙ, ата-әсәләр, шул тиклем ҡыуандыҡ, сөнки бина 30 йыл ремонт күрмәне, хәҙер ул беҙҙең ҡурсаҡҡа әйләнде. Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Рим Наил улы Хәсәнов эстән дә, тыштан да капиталь ремонт эшләне, балалар һәм спорт майҙансығы төҙөнө. Бөтә йыһаз да уның аҡсаһына алынды – шкафтар, өҫтәл­дәр, компьютерҙар, ноутбуктар һәм башҡалар. Балалар тырышып уҡый, сөнки бындай матурлыҡ, мөм­кинлек бөтә мәктәптәргә лә бирелмәй. Беҙ Башҡортостандағы иң бәхетле мәктәптәрҙең береһе, тип уйлайбыҙ.

Тағы ла бер ярҙамсыбыҙ бар – Дамир Ғиләж улы Туҡаев. Ул капиталь ремонт башланыр алдынан ярты йыл алдан килеп, ике көндә ошо мәктәптең ҡыйығын профнастил япмаға алмаштырып киткәйне. Дамир Ғиләж улы – ғүмер буйы Себер тарафында эшләгән яҡташыбыҙ, – тине Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылының Б. Бикбай исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова.   

Яҡут ауылында “Атайсал” проектына тиклем үк ун йылдан ашыу ярҙам иткән Мөхтәр Мөхәррәм улы Ялсыҡаев (ул да Себер тарафтарында эшләп йөрөй) үҙенең хәләл аҡсаһына мәсет төҙөй, юлдар һалдыра, балаларға костюмдар алып бирә, төрлө учреждениеларҙың юбилейҙарына аҡса бүлә. Шулай итеп, йыл һайын ниндәй ҙә булһа бер сараға тос ярҙам күрһәтә. Ул бүлгән аҡсаға һуғыш ветерандарына стела эшләнгән. “Әлеге ваҡытта ошондай йәш егеттәребеҙҙең беҙҙең бәләкәй балаларыбыҙға өлгө булыуы – шул тиклем ҡыуаныслы күренеш”, – ти Гөлкәй Шәмсетдинова.     

Баймаҡ районынан шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллинды яҡташтары йомарт кеше тип белә. Ул инде 15 йыл рәттән ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша.

– Яҡшы эшкә аҡса йәл түгел, киреһенсә, беҙ ҡыуанып, хәлдән кил­гәнсә  ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙҙең тыуған Баймаҡ районының Бетерә ауылында йәшәп, урмансылыҡ эше менән бу­лышабыҙ. Тәбиғәтебеҙ сығанаҡ­тары­нан файҙаланып, ярҙам итмәй ҡал­һаҡ, дөрөҫ булмаясаҡ. Республика кү­ләмендә үткән конкурстарға ла хәл­ән килгәнсә булышлыҡ итәбеҙ. Көҙ балаларға уйын майҙансығы эшләнек. Хәҙер үтеп барғанда, балалар уйнап йөрөһә, туҡтап ҡарап китәм, күңелемдә ҡыуаныс, кинәнес тоям.

Ауылда мәсет юҡ ине. Бер туған ағайым Тимур Нәбиуллин менән бергә алты йыл эшләп, ныҡлы аяҡҡа баҫҡас, мәсет төҙөргә булдыҡ. Был маҡсатты ла тормошҡа ашырҙыҡ, хәҙер унда кеше йөрөгәс, ихлас ҡыуанабыҙ. Мәсет эшләп тора, ауылда аҙан тауышы яңғырауына шатланып бөтә алмайбыҙ, – тине ошо хаҡтағы тапшырыуҙа Илсур Нәбиуллин.

Әйткәндәй, Илсур Нәбиуллин былтыр Бөрйән ҡурсаулығындағы ян­ғынды һүндереүҙә лә ярҙам иткән. Ошо маҡсатта яғыулыҡ алыуға 150 мең һум аҡса тапшырған.  

Эйе, яҡташтарыбыҙ “Атайсал” проектында әүҙем ҡатнаша, башҡарған эштәренә артабан да һаҡсыл ҡарай, төҙөкләндереп торалар. Проектта депутаттар ҙа әүҙем ҡатнаша, йәштәр акциялар ойоштора. Үҙҙәренең аҡсаһына бүләктәр алып, спорт һәм мәҙәни саралар үткәрә. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров “Атайсал” иғлан ителгәс тә ике проектты ғәмәлгә ашырған. Уның ярҙамында Сибайҙағы төҙөлөш һәм сервис колледжында “Ҡунаҡхана эше”, “Туризм”, “Отелгә идара итеү” йүнәлештәре буйынса белгестәр әҙерләү кабинеты ремонтлана, уҡыу йыһазы һәм матди-техник ҡорамалдар алына. Шулай уҡ ветерандар советы кабинетына косметик ремонт эшләнә, тәҙрәләре һәм ишеге алмаштырыла, яңы йыһаз алына, мәғлүмәт стенды яңыртыла.  

Ысынлап та, “Атайсал” – республикала әүҙем ғәмәлгә ашырылған проекттарҙың береһе. Уны артабан да дауам итергә кәрәк, сөнки ҡатнашырға теләгән кешеләр көндән-көн арта бара.


Рәмилә МУСИНА

Читайте нас