

Билдәле йырсы Юрий Шатунов бар илде тетрәндереп вафат булғандан һуң уның исемен мәңгеләштереү буйынса саралар тураһында уйлай башлағайнылар. Әле яҡташыбыҙҙың тыуған ҡалаһы Күмертауҙағы 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатындағы музыка кабинетына Юрий Шатунов исемен биргәндәре билдәле булды. Йырсы тап ошо уҡыу йортонда белем алған.
Кабинет ишегендә шундай яҙма: “Легендар совет һәм Рәсәй йырсыһы, музыкант һәм композитор. “Ласковый май” (1986 - 1991) төркөмө солисы. Төп хиттары: "Аҡ раузалар", "Йәй“, “Әйҙә, төн булһын“, "Сал төн“, "Нимә һуң һин“, "Бала саҡ“, "Ирегән ҡар“. Күмертау ҡалаһында тыуған. 1984 йылдың сентябренән ноябргә тиклем интернатыбыҙҙа уҡыған”.
– Беҙҙең гимназияла, һәр мәктәптәге кеүек үк, 1959 йылдан уҡыған тәрбиәләнеүселәребеҙҙең класс журналы һаҡланған архив бар. Уларға һаҡсыл ҡарайбыҙ, мәктәпте тамамлағандарҙың күбеһенең эшмәкәрлеген күҙәтеп барабыҙ, уңыштары менән ғорурланабыҙ. Улар араһында Юра Шатунов та бар ине, - тип һөйләгәндәр гимназия-интернатта. – Артабан Юрий Шатунов исемендәге музыка кабинетын биҙәү менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ.
Фото: "Башинформ".