Ишембай районының Аҙнай ауылында Берғамыт йылғаһы буйында һалабаш һалып, йүкә һыҙырып, ҡап һуғып балаларға боронғо һөнәрҙе күрһәткәндәр.
Ауыл клубы мөдире Нурзидә Солтанова әйтеүенсә, бының өсөн ауылдан хатта боронғо ҡап һуғыу станогын да табып, төҙәтеп алғандар.
Оҫталарҙы ла ситтән эҙләп йөрөмәгәндәр. Уларҙың береһе Минзилә Хәйруллина менән беҙгә лә һөйләшеү форсаты тейҙе.
Ҡап һуғыу өсөн алдан йүкәһен әҙерләүҙең дә үҙ тәртибе: йүкә ағасын ҡырҡып, ҡабығын аҡтарып һыуға һалалар, унда ул айлап ятып серергә тейеш, аҙаҡ ҡабығынан йүкәһен аҡтарып алып ҡап һуғыу өсөн ҡулланалар. Элек унан сабата, атҡа ябыр өсөн септә үргәндәр, арҡан ишкәндәр.
Тәбиғи әйберҙәргә яңы һулыш биреп, халыҡ кәсептәренә йән өрә аҙнайҙар. Берғамыт буйында “һалабаш һалыу” байрамы киләсәктә йолаға әйләнер әле.
Фото: Аҙнай ауылы клубы архивынан.