Йәмғиәт
31 Август 2022, 18:00

Элек бында үтеп тә булмаған

Благовещенда төҙөкләндереү нисек бара? 

Элек бында үтеп тә булмағанЭлек бында үтеп тә булмаған
Элек бында үтеп тә булмаған

31 августа Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаланың төҙөкләндереү объекттарында эштәр барышы менән танышты.

Атап әйткәндә, Седов урамында төбәк етәксеһе 110-сы, 112-се һәм 112/1-се йорттарҙың ихатаһын ҡараны. Уны “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса яңырталар. Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов һөйләүенсә, төҙөүселәр автотранспорт өсөн юлдарға һәм туҡталҡаларға асфальт түшәгән, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырған, яҡтыртыу системаларын монтажлаған, биләмәне йәшелләндергән. Төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 16 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Урындағы халыҡ Радий Хәбировҡа төбәктә “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу башланғысы өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Биш йыл элек беҙҙең өйҙәргә үтеп булманы – бысраҡ, күләүектәр, – тип һөйләне халыҡ. – Хәҙер ихаталар яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Төҙөкләндереү барышында теләктәребеҙҙе иҫәпкә алдыҡ.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡаланың тарихи үҙәгендә булды. Унда “Сығанаҡтарға ҡайтыу” проекты сиктәрендә йәмәғәт киңлеген яңырталар. 2020 йылда концепция Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы. Уны тормошҡа ашырыуға ҡала федераль бюджеттан 70 миллион һум алды.

Тарихи үҙәкте төҙөкләндереү проекты Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының Благовещен заводы булышлығында әҙерләнгән. Уның үҙенсәлеге - уникаль тарихи сәнәғәт мираҫын - боронғо завод биналарын һәм ҡоролмаларын һаҡлап ҡалыуҙа.

Тарихи үҙәк биләмәһен бер-береһен тематик маршруттар менән бәйләгән зоналарға бүлгәндәр. Дизайн нигеҙендә Благовещен баҡыр иретеү заводтарының тарихи фасадтары архитектураһын эшләгәндәр.

Радий Хәбиров 1884 йыл Благовещен баҡыр иретеү заводында әҙерләнгән турбинаға иғтибар итте. Төҙөкләндереү проекты ярҙамында турбинаны махсус майҙансыҡҡа урынлаштырғандар, Благовещен халҡы һәм ҡунаҡтары уны ҡарай аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас