

Башҡортостанда, быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтарына ҡарағанда, кадастр иҫәбенә ҡуйылған күп фатирлы торлаҡ йорттар һаны артты.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылдың тәүге алты айында 65 күп фатирлы йорт дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған, былтырғы ошо уҡ осорҙа 63 йорт шундай иҫәпкә индерелгәйне.
“Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекты сиктәрендә төҙөкләндереү дауам итә. 2022 йылдың 1 июленән алып күп фатирлы йорттар биләгән урынды, төҙөлөш схемаһына ярашлы, ер майҙаны тип иҫәпләргә мөмкин. Был документты ерҙе межалауға ҡарағанда тиҙерәк һәм еңелерәк эшләргә мөмкин. Раҫланғанға тиклем документ йәмәғәтселек тикшереүе аша үтергә тейеш”, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Наталья Низаметдинова.
Хәҙерге ваҡытта республикала күп фатирлы йортто кадастр иҫәбенә ҡуйыу, ҡануниәттә ҡаралған биш көн урынына, дүрт көн эсендә башҡарыла.
Фото: zen.yandex.ru