Йәмғиәт
1 Сентябрь 2022, 10:00

Бөгөн спиртлы эсемлектәр һатылмай

Белем көнө айҡанлы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла

Бөгөн спиртлы эсемлектәр һатылмайБөгөн спиртлы эсемлектәр һатылмай
Бөгөн спиртлы эсемлектәр һатылмай

Бөгөн Белем көнө айҡанлы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында алкоголь һатыу тыйыла.

Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү кафе-барҙарға һәм ресторандарға ҡағылмай.

"Ҡоро закон"ды боҙғандар өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы кешеләргә - 20-40 мең, юридик берәмектәргә иһә 100-300 мең һум.

Башҡортостанда шулай уҡ яңы йыл каникулдарында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә, райондарҙа һабантуй ойошторолған көндәрҙә хәмер һатыу сикләнә.

Фото: stv24.tv

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас