

1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Пушкин урамындағы 45-се, 59/61-се йорттарҙың ихаталары менән танышты. Улар “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса Александр Пушкин әкиәттәренә яраҡлаштырып төҙөкләндерелгән.
Йәмәғәт урынын төҙөгәндә рус шағирының исемен йөрөтөүенә лә иғтибар иткәндәр һәм проектты “Лукоморье” тип атағандар. Уны урындағы халыҡ менән килешеп эшләгәндәр.
Йәй төҙөүселәр ихата юлына, туҡталҡаға һәм йәйәүлеләр юлына асфальт түшәгән. Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансығы ҡуйылған, яҡтыртыу ҡорамалы ремонтланған, видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған.
Яңыртылған йәмәғәт киңлегенә бәләкәй архитектура һындары ла өҫтәлгән. Ихатала әкиәт батырҙарының ағас һындары ҡуйылған. Киләсәктә бында “Руслан һәм Людмила” поэмаһы буйынса аллея булдырырға йыйыналар. Бынан тыш, Республика көнөнә ҡарата ихатала Александр Пушкиндың һыны барлыҡҡа киләсәк.
Яңыртылған биләмәне 30 августа асҡандар һәм байрам ойошторғандар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тематик ихатаның йөкмәткеһе менән танышты, башҡарылған эш сифатын баһаланы, халыҡ менән аралашты.
– Беҙ үҙгәрештәр менән ҡәнәғәтбеҙ. Барлыҡ ҡарарҙар төплө уйланылған, сифатлы ремонт эшләнеләр. Хәҙер бында ысын әкиәт, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты бында йәшәгән кешеләр.
Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһында Өфө биләмәһендәге 15 ихата ҡатнаша, улар 54 күп фатирлы йортҡа ҡағыла. Ошо маҡсатта 300 миллион һум аҡса бүленгән, уны яңырған ихаталарҙы ҡабул иткәс, подрядсыларға республика һәм ҡала бюджетынан түләйәсәктәр.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.