Йәмғиәт
1 Сентябрь 2022, 14:45

Ял көндәрендә Өфө үҙәгендә транспорт йөрөмәйәсәк

Ҡайһы урамдарҙа хәрәкәт сикләнә?

Ял көндәрендә Өфө үҙәгендә транспорт йөрөмәйәсәкЯл көндәрендә Өфө үҙәгендә транспорт йөрөмәйәсәк
Ял көндәрендә Өфө үҙәгендә транспорт йөрөмәйәсәк

VIII Өфө халыҡ-ара марафонының башланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды. 4 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа алты мең спортсы, шул иҫәптән йүгерергә, скандинав атлауын һәм роллер спортын яратыусылар йыйыласаҡ, тип көтөлә.

Әйткәндәй, был спорт сараһының үткәрелеүе сәбәпле, алдағы ялдарҙа Өфөнөң тарихи үҙәгендә юлдар ябыласаҡ. Шулай итеп, 3 сентябрҙә 12.00 сәғәттән 24.00 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс урамынан Совет урамына тиклемге участкаһы буйлап машиналар йөрөй алмаясаҡ. 4 сентябрҙә иртәнге 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа ҡәҙәр Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Коммунистик, Чернышевский, Крупская, Киров, Театр урамдары буйынса транспорт хәрәкәте сикләнәсәк.

Спорт сараһының үткәрелеүе менән бәйле йәмәғәтселек транспорты йөрөшөндә лә үҙгәрештәр буласаҡ.

Фото: resbash.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас