Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 07:31

Ағинәйҙәр – донъя тотҡаһы

Мәсетлеләр ҙә был йүнәлештә дәррәү эшләй.

Нәзирә Әхкәмова архивынан.Нәзирә Әхкәмова архивынан.
Фото:Нәзирә Әхкәмова архивынан.

Ағинәй – абруй ҡаҙанған, ихтирамлы кеше. Элек-электән уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалғандар. Республика ағинәйҙәре халыҡ йолаларын тергеҙә, эскелек кеүек насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшә, йәштәрҙе үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләй.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рес­публика Башлығы Радий Хәби­ров­тың “Башҡортостан оҙон ғүмер­лелеге” проектына инде. Ул “Ирек­мәнлек һәм остазлыҡ”, “Спорт”, “Ижад һәм ҡул эше”, “Уҡытыу”, “Йә­шәү сифаты”, “Туризм”, “Мәшғүл­лек” йүнәлештәре буйынса эшләй. “Ағинәй”ҙәрҙең төп маҡсаты – йәм­ғиәттең әхлаҡи һәм рухи ҡим­мәттәрен тергеҙеү, һаҡлау, Баш­ҡорт­ос­тан халыҡтарының үткән тарихын өйрәнеү, үҫеп килгән быуын­дың рухи үҫешенә булышлыҡ итеү.

Мәсетле районында ла ошондай әүҙем ағинәйҙәр бар. Тәүге берек­мә­ләр бында ун йыл элек Һөләймән ауылында барлыҡҡа килә. Ҙур тормош тәжрибәһе бул­ған, абруйлы ағи­нәйҙәрҙең эш өлгөһөн баш­ҡа ауылдар ҙа күтәреп ала. Элек бындай берекмәләргә 60-70 йәштә­ге ҡатын-ҡыҙҙар инһә, хәҙер әүҙем­селәр йәшерәктәр араһында ла күп. 

Район ағинәйҙәре әүҙем йәмәғәт тормошон алып бара, улар республикала уҙғарылған барлыҡ конкурс­тарҙа, сараларҙа ҡатнаша, төньяҡ-көнсығыш район башҡорт­тарының традицион кейемдәрен тергеҙеү буйынса оҫталыҡ дә­рестәре үткәрә, байрамдарҙың биҙәге булып сығыш яһай.

– Элегерәк ағинәйҙәр, ғәҙәттә, аҡ төҫтәге яулыҡ ябынды. Һуңғараҡ башҡа ауылдарҙа ла ошондай бе­рекмәләр барлыҡҡа кигәс, районы­быҙҙа йәшәүселәрҙең традицион милли кейемдәрен тергеҙә башла­ныҡ, – ти Мәсетле районының төп ағинәйе Нәзирә Әхкәмова. – Әлбит­тә, костюм өлгөләре музей­ҙарҙа ғына ҡалған, шуға ла китаптарҙан да ҡарап, ентекле өйрәндек. Хәҙер милли костюмдарҙы байрамдарға, төрлө сараларға ғына түгел, көндә­лек тормошта ла кейәбеҙ. Бына ошо күлдәккә бер быуаттан ашыу ваҡыт үткән. Районда ул берәү генә ҡалған тиерлек. Туҡымаһы ла иҫкергән.

Һөләймән ауылының өлкән ағинәйе Фәйрүзә Дуҫмөхәмәтова ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Уның фекеренсә, милли коллектив артистарының сағыу сәхнә кейем­дәре боронғо асылыбыҙҙы  сағыл­дырып бөтмәй.

– Атай-олатайҙарыбыҙҙың кейеме тәбиғи туҡымаларҙан тегел­гән, эш өсөн уңайлы булған. Ауырлы ҡатындар өсөн күлдәк киң итәкле, имеҙгәндәр өсөн күкрәгендә уйымлы итеп, төймәләр менән эләк­тер­мәле итеп тегелгән. Еңдә­рендә, итәк алдында ла ҡуйы әберкәләр булмаған. Үҙем милли күлдәк тегә башлағас, әллә күпме хата эшләп, өс тапҡыр һүтеп-тегергә тура килде, – ти ағинәй.

Әбдрәхим ауылының ағинәйе Сажиҙә Фәйзрахманова йолаларҙы тергеҙеүҙә йәш быуындың ярҙамын да билдәләп үтте.

– Балаларҙы, ейәндәрҙе лә йәлеп иттек, интернеттан эҙләнек, һан­дыҡ­тарҙы аҡтарҙыҡ һәм ике “француз” яулығы таптыҡ. Күлдәк­тәр ҙә ғәжәпләндерҙе: төймәләре арттан түгел, ә алдан, туҡымаһы йоҡа ғына сатин ине, хәҙер ундайҙы етештермәйҙәр ҙә.

Милли кейемдәрҙе тергеҙеү генә түгел, ағинәйҙәр башҡа ҙур бурыс­тарҙы ла алып бара. Эште имен булмаған ғаиләләрҙән башлап ебәрәләр. Йома кис ултырыуҙар ойоштороп, унда эскелек менән мауыҡҡан йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырып, әңгәмә ҡоралар, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуҙарын белдерәләр. Һөҙөмтәлә күп кенә ауылдарҙа бөгөн эскән ҡатын-ҡыҙ юҡ. Ә бит бының нигеҙенә ағинәй­ҙәрҙең тырышлығы һалынған: улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә урынлаш­тырыуға, балаларын, йорт-ихата­һын тәрбиәләүгә, баҡсаһын ҡарауға өгөтләүгә аҙ көс һалмаған. “Бөтөн­ләй эсмәйҙәр” тип әйтә алмайбыҙ, – ти Фәйрүзә Миңләхмәт ҡыҙы. – Ба­ла­ларының туйҙарын, төрлө бай­рам­дарҙы үткәрәләр, ләкин эскелекте артабан дауам итеп алып китмәйҙәр.

Ҡатындарына ҡарап, ирҙәре лә аҡылға ултыра. Хәҙер ауылдашта­ры менән күмәкләп “Айыҡ ауыл”, “Матур ауыл” конкурстарында ҡат­нашалар. Ҡәтғи ҡарарға килеүгә “Мин ҡайтмайым” тигән документаль фильмды күрһәтеү ҙә булыш­лыҡ итә. Уны өлкәндәргә күрһәтә­ләр һәм аҙаҡ әңгәмә ойошторола. Илебеҙ кинодокументалистарының эше көслө тәьҫораттар тыуҙыра. Фильмда эскән ата-әсәнән бала­ларға күскән генетик ауырыуҙарға ҙур иғтибар бирелеүе лә уйландырмай ҡалмай.

Әлеге көндә Мәсетле районында “Ағинәй” йәмәғәт ойошмалары 19 ауылда эш алып бара. Улар, “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары­ның мәҙәни, социаль, рухи үҫеше төбәк йәмәғәт ойошмаһы положе­ние­һына ярашлы, саралар күрә. Берекмәгә ингәндә “ауылдың ағинә­йе” тигән танытма тапшырыла.

Мәсетле ағинәйҙәре Балаҡатай һәм Дыуан райондарынан коллегалары менән аралаша, тәжрибә уртаҡлаша. Яуыш, Әбдрәхим, Һөләй­мән, Тайыш ауылдары ағинәйҙәре, мәктәптәргә барып, балаларға милли кейем тураһында һөйләй, тәнәфестәрҙә онотолған халыҡ уйындарын ойошторалар.

Шулай уҡ халыҡ йолалары ла иғтибар үҙәгендә. “Бауырһаҡ”, “Шә­жәрәңде беләһеңме?”, “Өләсәйем һандығы” , “Милли костюмдар парады” һәм башҡа байрамдар юғары кимәлдә ойошторола. Мәсетле ағинәй­ҙәренең тирмәләре һабан­туй­ҙарҙа призлы урындар яулауына ла тотош коллективтың, ҡатын-ҡыҙҙар советының, ауылдаш­тар­ҙың берҙәм тырышлығы һалынған.

Әбдрәхим ауылы ағинәйҙәре Әй йылғаһы ярҙарын йыйыштырыуҙа экологик өмәләрҙең  башланғы­сында тора. Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләйҙәр һәм үҙҙәренең тәжрибәһен йәш быуынға өйрәтәләр.

– Беҙ бауырһаҡтар һымаҡ. Һыу­ҙа иретелгән бал бауырһаҡтарҙы  бер-береһенә беркетә. Был иретмәһеҙ ул өйөм булып тора алмай, шуға күрә бер-беребеҙгә тотоноп, уртаҡ һүҙле булып, алға маҡсаттар ҡороп эшләйбеҙ, – ти Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы.

-  Гүзәл ИБРАҺИМОВА

Читайте нас