Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 14:00

Аҡсаны һаҡсыл тотам, тиһәгеҙ...

Хоҡуҡтарығыҙ тураһында белгегеҙ килһә йәки ошо йәһәттән мәсьәләләр борсоһа, 1 сентябрҙән түбәндәге телефон буйынса шылтыратығыҙ.

Аҡсаны һаҡсыл тотам, тиһәгеҙ...
Аҡсаны һаҡсыл тотам, тиһәгеҙ...

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы финанс хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” ойоштора. Был сара 8 сентябрҙә билдәләнгән Финансистар көнө алдынан ойошторола.

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре финанс хеҙмәттәрҙе күрһәтеү өлкәһендәге ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтары тураһында кәңәштәр бирәсәк, шулай уҡ финанс грамоталылығы һәм шәхси аҡсаға һаҡсыл ҡараш йәһәтенән төрлө файҙалы мәғлүмәттәр бирәсәк.

Сара 1 сентябрҙән 30 сентябргә тиклем үткәрелә. Эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 18 сәғәткә тиклем  +7 (347) 218-09-78 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Төшкө тәнәфес - 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем.

Ҡулланыусылар шулай уҡ эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 18 сәғәткә тиклем шәхсән республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына мөрәжәғәт итә ала. Адресы - Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 703-сө бүлмә. Төшкө тәнәфес - 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем.

Фото: vashifinancy.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: