

Етен таҫтамалдың сите
Киртек-киртек булып туҙа икән,
Үтеп кенә барған был ғүмерҙәр
Быуын-быуын булып уҙа икән...
(Халыҡ йырынан).
Эйе, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Ысынлап та, ХХ быуат ваҡиғаларын ғына алып ҡараһаҡ та, күпме сыуалыш, күпме ҡан ҡойош аша бихисап тетрәнеүҙәр менән ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡанбыҙ. Үткән быуат ил яҙмышында яңылыҡҡа, аң-белемгә ынтылыш осоро булып тарих битенә яҙылды.
Аҡмулланың: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!” – тип халҡына һалған ораны был дәүерҙә сағыуыраҡ төҫ алды, быуаттар буйы иҙелеп йәшәгән кешеләр, батша ҡоллоғонан азат ителеп, наҙанлыҡтан ҡотолоуға өлгәште, илдә бөтөнләй яңы ҡоролош башланды. Был халыҡ өсөн уңышлы аҙым булды. Ләкин ул дәүер етәкселегенең динде инҡар итеүе халыҡ күңеленә яман шеш булып ултырҙы. Бөгөн ҙур үҙгәрештәр аша имандың яңынан ҡайтыуын, мәсеттәр төҙөлөүен күрәбеҙ. Ислам ҡанундарының ҡиммәтен балалар ҙа өйрәнә, йәш-елкенсәк ураҙа тота, намаҙға баҫа, күп кенә йәштәр дин әһелдәре булырға өлгөрҙө. Иншалла! Мосолмандарҙың иң оло – Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын Хөкүмәт етәкселәре лә хуплап ҡаршы ала, сөнки дин – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә иң фәһемле, уңышлы ысул. Бөгөнгө заман ағышында уның бәйелһеҙлектән, хаяһыҙлыҡтан ҡотолоуҙың иң тәьҫирле юл булыуы иҫбатлана бара.
Бындай изге эштән беҙҙең Күгәрсен районы ла ситтә ҡалманы. Һәр ауылда әруахтарға, ата-бабаларға, туған-ырыуға, ил именлегенә һәм тыныслығына арнап ҡорбан салыуҙар, аят уҡыуҙар бихисап булды. Оло йәштәгеләрҙән тыш, кескәй балалар, йәш ғаиләләр байрам сараларында әүҙем ҡатнашты.
Күркәм байрамдан Күгәрсен районының ағинәйҙәр ҡоро мине лә ситтә ҡалдырманы. Ҡор рәйесе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрованан килгән саҡырыу ҡағыҙында сараның Исем (Тума) ауылында үтәсәге тураһында әйтелгәйне. Был хәбәр күптән хыялланып йөрөгән, ләкин төрлө мәшәҡәт менән хәл итә алмаған ниәтемде тормошҡа ашырыуға юл асты. “Бирә торған ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына” тигән халыҡ әйтеменә тап килде, күрәһең.
Исем... Бер быуаттан ашыу элек ҡартатайым Абдулла хәҙрәт-мөғәллим Бейешевте үҙ ҡосағына алған ауыл. Уның ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Люциә Рауил ҡыҙы Яҡупова беҙҙе ҡор ағзалары менән бергә ҡаршы алды. Ауылдағы күп балалы ғаиләләрҙең береһе – Ғәликәевтәрҙең оло улдары Фидаил (6-сы класс уҡыусыһы) аят уҡып, һәммәбеҙҙе ҡыуандырҙы. Ҡорбан байрамы, аңлауымса, хәтер яңыртыу – әруахтарҙы иҫкә алыу, үткәндәрҙе барлау, бөгөнгөләр менән туғанлыҡ хистәрен тергеҙеү, дуҫлыҡ сылбырын нығытыу һәм изгелек байрамы ул. Ағинәйҙәр ойошторған байрам да тап ошондай ниәт менән башланды.
Исем ауылының үткәне һәм бөгөнгөһөнә бер аҙ күҙ һалайыҡ. Ҡартатайым Абдулла Төхфәтулла улы Бейешев революцияға тиклем үҙенең тыуған ауылы Туйымбәттә мулла һәм мөғәллим вазифаһын башҡара. Әммә мәҙрәсәлә ул ваҡытта шәриғәт закондары менән ҡәтғи тыйылған алымды файҙалана, ҡыҙҙар менән малайҙарҙы бергә уҡыта, мәҙрәсәгә ҡара таҡта элә, уҡыу планына арифметика, география кеүек фәндәрҙе индерә, уҡырға, яҙырға өйрәтә башлай. Ул киләсәк быуынды аҙ булһа ла яңыса фекер йөрөтөргә өйрәтергә теләгәндер, моғайын.
Ләкин Туйымбәт ауылының иҫке ҡарашлы кешеләренә Абдулла мулланың уҡытыу тәртибе оҡшамай. Шуға ла уға тыуған ауылынан сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Уның ауыр хәлен ишетеп, Тума халҡы мулланы үҙ ауылына саҡырып ала. Ауылдың алдынғы ҡарашлы халҡына тап ошондай мөғәллим кәрәк була. Шулай итеп, Абдулла Төхфәтулла улы биш балаһы менән 1912 йылда бында күсеп килә.
Атайым Ғибаҙулла Абдулла улының көндәлегендә: “Тума (Исем) ауылында көслө рухлы, аң-белемгә ынтылыусан, киләсәккә айыҡ аҡыл менән ҡараған кешеләр йәшәй ине. Шулар араһында иң әүҙем, кешелекле Йәнтүрә ағайҙы һис онотмайым”, – тип яҙған. Ул өйөнөң бер яғын мәҙрәсә итеп, шәкерттәргә биреп ҡуя. Йәнтүрә олатайҙың ҡатыны Шәһиҙә инәй етем балаларға йомшаҡ һүҙле, ихтирамлы була. Ауыл халҡы күп балалы, әле генә ҡатынын ерләгән Абдулла муллаға көнкүреш шарттары тыуҙырырға тырыша.
Ҡартатайым 1919 йылда вафат була һәм Тумала ерләнә. Шулай итеп, ҡартатайым Абдулла мулланы, Тума ауылында яңыса уҡыу алымдары ҡулланып, белем усағына ут ҡабыҙған мөғәллимде, Йәнтүрә олатай кеүек ярҙамсыл ир-уҙамандарҙы иҫкә алып, зыярат ҡылыу өсөн ағинәйҙәр менән зыяратҡа юлландыҡ.
Люциә Рауил ҡыҙы беҙҙе Абдулла Бейешевтең мөғәллим булараҡ аяҡ баҫҡан Йәнтүрә олатайҙың өй урынына, боронғо мәсет урынлашҡан ергә алып китте. Тарихи урам ҙур түгел, әммә бик ҡараулы, сүп-сар әҫәре юҡ.
Бына ул – Абдулла Төхфәтулла улы Тума ауылында мөғәллим булараҡ эш башлаған урын. Бер быуаттан артығыраҡ ваҡыт элек был урамдан Зәйнәб апайымдың яланаяҡ йүгереп йөрөгәнен күҙ алдыма килтереп, тетрәнеп китәм. Халыҡ яҙыусыһының бала сағы үткән тарихи урындар менән ошо ауылда тыуып үҫкән Гөлсөм Шәрифулла ҡыҙы таныштырҙы. Бәләкәй генә урам бөгөн Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөтә. Халыҡ хәтере тәрән даръялай ағылып, быуындан-быуынға күсә килә.
Ауыл урамдары бик таҙа, һәр ерҙә бөхтәлек, зыярат та тәрбиәле, гөл баҡсаһын хәтерләтә. Әруахтар ожмах баҡсаһында ята. Зыярат тимер рәшәткә менән уратып алынған, асыҡ йәшел төҫкә булған, әллә ҡайҙан ялтырап ултыра. Мулла вазифаһын үҙ өҫтөнә алған Нәфис Кинйәғәле улы Байбулатовтың намыҫлы эш һөҙөмтәһе күренеп тора. Ағинәйҙәр менән Абдулла мулланың ҡәберен эҙләһәк тә, таба алманыҡ, таштарҙа яҙыу иҫке ғәрәп телендә яҙылған.
Ағинәйҙәр халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ошо ауылда туғыҙ йыл буйы аң-белем таратҡан атаһының ҡәберен тәрбиәләп тоторға ниәтләй.
Аҡ кирбестән һалынған мәктәптең тышҡы яғында халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның портреты мөләйем йылмайып ҡаршыланы. “Йәшәү бәхете” шиғырының ике телдә яҙылып ҡуйылыуы минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды.
Ауылда мәҙәниәт йорто, почта, магазиндар эшләй. Исем халҡы – эш өҫтөндә. Туғыҙ ауылды берләштергән Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлиә Таһир ҡыҙы Хренованың ауыл халҡы менән берҙәм эш һөҙөмтәһе һөйөндөрҙө. Быға уларҙың “Айыҡ ауыл” республика ярышында 2021 йылда еңеү яулап, биш миллион һумлыҡ грант алыуы асыҡ миҫал. Быйыл ошо уҡ ярышта Сәлих ауылының икенсе урынға сығыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева яҙмышында ҙур урын алған Тума ауылы күңелемә бик яҡын. Өс кенә йәшлек ҡыҙға тормош ауырлыҡтарын аҙ кисерергә тура килмәй. Әсә наҙынан иртә айырылған бәләкәй бала үгәй әсәйҙең ҡатылығын, тупаҫлығын тойоп үҫә. Шуға күрә күңеле менән йомшаҡ телле, изге йәнле ауыл инәйҙәренә һарыла. Улар бәләкәй Зәйнәбкә әсә йылыһын бирергә тырыша. Әле йүнләп теле лә асылмаған ҡыҙға әкиәт, бәйет, мөнәжәт кеүек халыҡ ижады емештәрен һөйләп ишеттерәләр. Бигерәк тә көйләп бәйеттәр һамаҡлаған Сафура инәй Зәйнәбтең айырылғыһыҙ дуҫына әүерелә. Тирә-яҡта әкиәт һөйләү оҫтаһы тип нарыҡланған Зөмәрә инәй әкиәттәре менән ҡыҙҙы әсир итә.
Башҡорт батырҙары хаҡындағы риүәйәттәр бала йөрәгендә мәңгелек урын ала. Зәйнәб туған тел нескәлектәрен, байлығын, шишмә һыуындай сафлығын Тума ауылында ишетеп үҫә, шуға күрә романдарында ауыл тормошон сағылдырған, ошо ябай кешеләр өлгөһөндә дөйөмләштерелгән образдар тыуҙырыуға өлгәшә. Тума ауылы яҙыусыға ижад ҡомары һалыусы, тип әйтһәк тә, яңылыш булмаҫ.
Үҙ халҡы менән ғорурлана белгән, туған телен, илен сикһеҙ яратҡан бәләкәй ҡыҙҙың оло яҙыусы булып китеүенә Тума кешеләренең өлөш индереүе ғәжәп тә түгел.
Яҡшыны ямандан айыра белеп йәшәгән ауылдаштарына ул мәңге рәхмәт әйтте, ғүмер буйы хәтерендә һаҡланы. Быйылғы Ҡорбан байрамында Тума (Исем) ауылы халҡының Зәйнәб апайҙы ҙурлап иҫкә алыуы осраҡлы түгел. Дәүерҙәр ағышында кешеләр яҙмышының бәйләнеше ул.
Донъя һәр саҡ имен булһа,
Гөрләп торһа эшсән уңғанлыҡ,
Кеше йөрәгенә үрелеп үҫһә,
Һуғыш түгел – дуҫлыҡ,
туғанлыҡ, –
тип донъя именлеген ошондай матур сифаттарҙа күрә әҙибә. Ә был күркәм сифаттар Тума ауылы халҡында быуаттар буйы йәшәгән, артабан да бәҫен ебәрмәй һаҡлар.