

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе – Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт торлаҡ инспекторы итеп Артур Дәүләтшин тәғәйенләнде.
Артур Дәүләтшин – 1990 йылдың 23 ғинуарында Ишембай ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Иваново дәүләт энергетика университетын тамамлаған. 2012-2013 йылдарҙа “Яңы Салауат ТЭЦ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә торба ҡорамалы машинисы–ҡараусыһы, йылы биреү машинисы булып эшләгән. 2013-2016 йылдарҙа “Лукойл–Көнбайыш Себер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ятҡылығында компрессор ҡулайламалары машинисы, 2016-2018 йылдарҙа шәхси эшҡыуар булған. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты итеп тәғәйенләнә.
2018-2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының дәүләт хеҙмәт инспекторы бурысын да башҡара. Артабанғы йылдарҙа Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында, Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында хеҙмәт итә. 2022 йылдан Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, рәйесе вазифаһын башҡарыусы булып эшләй.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.