

Кисә күңелдерҙе тетрәндергән, кешеләрҙең бер-береһенә иғтибарлы, миһырбанлы булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлаған ваҡиға булған.
Бынан бер нисә көн элек Альбина Мәүлиева баш ҡаланың Цюрупа һәм Октябрь революцияһы урамдары киҫелешендәге скверҙа бер бабай йәшәй башлауын шәйләп ҡала. Күрше-тирә, яҡындағы китапхана хеҙмәткәрҙәре уны ашата, һыу алып сыға икән. Быны күреп, Альбина ханым социаль селтәрҙәрҙә хәбәр яҙа. “Бабай йәл, бәлки, берәйһе таныр уны”, - тип оран һала.
Был яҙыуҙы Йәмәғәт палатаһынан Диана Фәррәхова күреп ҡала, шуна уҡ Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Ольга Котельниковаға һәм башҡа хеҙмәттәргә хәбәр итә. Белгестәр шунда уҡ бабай янына ашыға.
Баҡһаң, уны йәшәгән фатирынан сығарып ебәргәндәр икән. Кем, ни өсөн икәнлеген әйтмәй. Хәйер, быныһы мөһим дә түгел...
Белгестәргә Туҡай урамында урынлашҡан һуғыш ветерандары клиник госпитале ярҙамға килә. Госпиталь етәксеһе Ирина Бакулина Фәрит бабайҙы ике аҙнаға дауаханаға һала. Ошо ике аҙна эсендә иһә бабайҙың документтарын тергеҙеү, артабан ҡайҙа урынлаштырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителәсәк.
Был ваҡиға берҙәмлектә көс икәнен йәнә бер иҫбатланы. Әгәр ошоға оҡшаш хәлгә тарыһағыҙ, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-755-0014.
Мәғлүмәт Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ярҙамы менән әҙерләнде.
Фотолар: Гөлнара Бадыкшанова.