

Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр. Булды шундай ҡатмарлы осор: йәйгеһен ҡаланың маршрут автобустарында тын алғыһыҙ эҫе, етмәһә, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәгән водителдәр бер-береһе менән уҙышты, тишек-тошоҡтан ингән саңды һулап ыҙа сиктек, ә ҡышҡыһын, киреһенсә, өшөй торғайныҡ. Халыҡ уларға юҡҡа ғына “тәгәрмәсле һыуытҡыстар” тип исем таҡмағайны. Ғөмүмән, иҫке һәм таушалған автобустар тамам үҙәккә үтте. Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙер иһә заманса уңайлы автобустарҙа елдереп рәхәтләнәбеҙ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдары етәкселәренә өр-яңы “НефАЗ” маркалы автобустарҙың асҡыстарын тапшырҙы. Әле алыҫтан балҡып күренгән ошо автобустар Өфө ҡалаһының пассажирҙар иң күп йөрөгән маршруттарына беркетелде.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Радий Хәбиров ошо турала һөйөнсөләне. Өфөлә транспорт системаһын камиллаштырыуҙы дауам итеү, автобустарҙың баш ҡалабыҙҙың Дим, Инорс, Затон, Сипайлово биҫтәләре кешеләрен хеҙмәтләндереүе, экологик яҡтан зыянһыҙ газ-мотор яғыулығында эшләүе, “НефАЗ”-дарҙың уңайлы мөхит талаптарына тулыһынса яуап биреүе, хәҙерге стандарттар буйынса йыһазландырылыуы – шуға асыҡ миҫал.
Беҙҙең республика Рәсәйҙең Транспорт министрлығында һайлап алыу турын үткән, үҙ сиратында, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә автобустар һатып алыуға федераль бюджеттан субсидия аласаҡ. Төп маҡсат – транспорт системаһын илдә иң яҡшыларҙың береһе итеү.
Автопарк яңы автобустар менән тулыланыуға ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһындағы маршрут автобустарына халыҡтың һорауҙары юҡ түгел. “Ни өсөн автобустар һирәк йөрөй?”, “Салонда ныҡ эҫе”, “Иҫке автобустарҙан ҡасан ҡотолорбоҙ?” тип йыш яҙалар. Ысынлап та, өфөләрҙең зарланыуы урынлымы? Транспорт реформаһы нисек бара? Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡлау маҡсатында хәбәрселәр рейдҡа сыҡты. Әлбиттә, беҙҙе оҙатып йөрөүселәр ҙә бар. Гид ролендә – “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының пассажирҙарҙы ташыу буйынса беренсе урынбаҫары Сергей Паскин һәм “Башавтотранс” предприятиеһының 3-сө Өфө пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы (УПАП-3) директоры Алексей Васюра.
Сәғәт телдәре дүрт тирәһенә яҡынлаша. “Матбуғат йорто” туҡталышында халыҡ ярайһы күп кенә. Күпселек ҡояштан ҡасып, ағас күләгәһенә йыйылған. Һәр кем үҙенә кәрәклеһен көтөп, уға тыныс ҡына инә, шул иҫәптән беҙ ҙә өр-яңы 107-се маршрут автобусына ултырҙыҡ. Ул Өфө ҡалаһының “Үҙәк баҙар” туҡталышынан ҡуҙғалған, аҙаҡҡы туҡталыш – “Михайловка ауылы” (Суровка ауылына ла һуғыла). Бер ниндәй ҙә этеш-төртөш күҙәтелмәне. Ғәҙәттәгесә, өлкәндәрҙең автобустың алғы ишегенән сығыуына иғтибар иттек, йәш-елкенсәк урта һәм артҡы ишекте һайланы.
Яңы ғына ҡуҙғалып китһә лә, автобус салонында кеше күп кенә ине, ни тиһәң дә, эш көнө тамамланыуға табан бара. Тыштағы эҫе йонсотҡанмы, салонға килеп ингәс тә рәхәтлек тойҙоҡ, тын алышыбыҙ иркенәйеп ҡалды. Баҡтиһәң, был автобусҡа кондиционер эленгән. Шунда, “Киләһе туҡталыш – “Аграр университет” тип башҡорт һәм рус телдәрендә иғлан иттеләр. Төшөп ҡалырға алдан әҙерләнеү өсөн ныҡ йәтеш. Электрон табло, водитель өсөн тахограф, видеокүҙәтеү системаһы, кондиционер, USB-розеткалар бар.
Сергей Александрович белдереүенсә, уларҙың эш девизы – транспортты сифатлы хеҙмәтләндереү һәм һәр пассажирға иғтибар бүлеү. Ошо маршрутты “Башавтотранс” предприятиеһының 65 берәмек техникаһы хеҙмәтләндерә. Уртаса алғанда, водителдәр көнөнә 824 рейс яһай, йәмғеһе 28 250 пассажир хеҙмәтләндерелә.
– Үҙеңде бөтөнләй икенсе мөхиттәгеләй хис итәһең, – тип һөйләй Альбина Романова. – Тынсыу, туҙанлы автобустарҙан биҙеп бөткәйнек инде. Әле салонда таҙа, иркен, тәҙрәләр йыуылған, ҡала урамы асыҡ күренә. Тормоштоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә һөйөнәм. Ултырғыстарҙың чехолына хәтлем күңелгә ятҡанын һайлағандар. Әйтерһең дә, шәхси машинамда ҡунаҡҡа китеп барам.
Альбина Марат ҡыҙының улы Артем кеҫә телефонын розеткаға тоташтырҙы. Улар “Аграр университет” туҡталышында ултырғайны, Затон биҫтәһенең “Михайловка Green” туҡталышында төшөп ҡалды.
Сығышы менән Ғафури районының Красноусол ауылынан булған Ильяс Хәбибуллин тап ошо 107-се маршрутты һайлаған. Уға ни өсөн өҫтөнлөк биреүен түбәндәгесә аңлатты.
– “Башавтотранс” водителдәре “частниктар” шикелле ҡыумай, улар тиҙлекте арттырмай, – тине әңгәмәсем. – Беҙгә, хаҡлы ялдағыларға, иң мөһиме – тейешле урынға тыныс ҡына барып етеү. Осһоҙораҡ булғаны өсөн “Алға” картаһын ҡулланам.
Алексей Владимирович “УПАП-3” водителдәренең юл йөрөү мәҙәниәтенең юғары булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәр береһенең бурысына яуаплы ҡарауына баҫым яһаны.
Автобус пассажирҙарҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнгән. Насар ишеткән кешеләр өсөн даими иғлан биреп баралар, насар күргәндәр өсөн салондың алғы өлөшөндә эре хәрефтәр менән ҡайһы урында китеп барыуы, киләһе туҡталыш тураһында яҙыу күренә. Тотонғостарҙың булыуы, эскәмйәләрҙең уңайлылығы, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандустың, инвалид коляскалары өсөн махсус урындың ҡаралыуы һәм бүтән шарттар шатландырҙы. Ҡыҫҡаһы, һәр кем Өфө урамдарында яңы автобустарҙың йөрөй башлауына шатланып бөтә алмай. Иң мөһиме, пассажирҙарҙың ҡәнәғәт йөҙөн күреү күңелдәге бар икеле-микеле уйҙарҙы юҡҡа сығарҙы.
– Юл өсөн “Алға” картаһы ярҙамында ла, бүтән банк картаһы һәм ҡулаҡса менән дә түләйҙәр, – ти кондуктор Нәсимә Низамова. – Ошоға тиклем берәүҙең дә түләмәй төшөп киткәне йәки аҡсаһының юҡлығына һылтанғаны күҙәтелмәне. Юл йөрөү өсөн хаҡтар "тешләшмәй", беҙҙә ул арзан, тимәксемен.
– Түләү өс төрлө тинегеҙ, шулай ҙа пассажирҙарҙың күбеһе ҡайһыһына өҫтөнлөк бирә? – тип төпсөнәм.
– “Алға” картаһын йыш ҡулланалар, – тине Нәсимә Булат ҡыҙы.
107-се автобус водителе – аҡ күлдәктә, галстук таҡҡан. Ҡарап тороуы кинәнес. Стажы өс тиҫтә йылдан ашыу булған Земфир Исламовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көнөнә дүрт әйләнеш яһай, бөтәһе 191 километр тирәһе юл үтә. Бер яҡҡа барыу өсөн 50 минут тирәһе ваҡыт китә. Туҡталыш һаны – 30. Эш көнө иртәнге сәғәт 6-ла башлана, киске 22 сәғәттә тамамлана. Әлбиттә, водителдәр сменалап эшләй.
– Өр-яңы автобусты миңә ышанып тапшырған етәкселеккә рәхмәтем сикһеҙ, – тип шатлана Земфир Мәзит улы. – Киләсәктә “тимер ат”ымды һәр саҡ ҡарап ҡына торасаҡмын. Ғөмүмән, рейсҡа сығыр алдынан автобусты тулыһынса тәртипкә килтерәбеҙ. Ул 105 кешегә иҫәпләнгән, шул иҫәптән 35 кеше ултырып бара, ҡалғандары баҫып тора.
Автобусҡа сабыйҙар коляскаһы менән ингән әсәй кешене тап иттек. Ишектәре асылғанда автобус иҙәненең дә, туҡталыштағы юлдың да бер тигеҙ булыуы иғтибарҙы үҙенә тартты, бер ниндәй ҙә һикәлтәләр һәм аралыҡтар юҡ. Шулай булғас, ул бер ниндәй ярҙамһыҙ һәм ауырлыҡһыҙ эскә үтте.
Шулай итеп, “Үҙәк баҙар” – “Михайловка ауылы” маршруты буйынса 25 километр юл үтеп, ҡайтыр яҡҡа юлландыҡ. Йыйып әйткәндә, Башҡортостан етәкселегенең халыҡ мәнфәғәтендә эш итеүе – ҡыуаныслы хәл. Беҙҙә автобустар яңы булғас, уларҙа йөрөүе хәүефһеҙ. Был көндә халыҡтың аһ-зарын тойманыҡ. Кемдән һораһаҡ та, һәммәһенән дә ыңғай яуап ишеттек, ҡарты ла, йәше лә автобустарҙың уңайлылығын билдәләне, республика етәкселегенә рәхмәт әйтте. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, автопаркты яңыртыу эше бының менән генә туҡталмай, киләсәктә тағы ла баш ҡалабыҙ урамдарында яңы автобустарҙы күрәсәкбеҙ әле.
- Илдар АҠЪЮЛОВ

