Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 10:50

Күлләрем – йәшәү өсөн һиммәт

Ҡырмыҫҡалы төбәгендә яҡташтар осрашты.

авторҙың шәхси сәхифәһенән.авторҙың шәхси сәхифәһенән.
Фото:авторҙың шәхси сәхифәһенән.

Боронғо башҡорт ауылы Күлләрҙә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булды. Элекке мәктәп урынында үҫкән ҡайынлыҡта бик күп ҡунаҡ йыйылды, күркәм табындар ҡоролдо, урындағы ҡул оҫталарының эштәренән күргәҙмәләр ҡуйылды, шәжәрәләр ҡәҙерләп эленде.

 

Ефремкин ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Иванова, башҡарылған эштәргә баһа биреп, бик күптәргә бүләктәр тапшырҙы. Улар араһында ауылдың иң оло кешеләре, иң бәләкәсе, йәш ғаиләләр, никах юбилейын ҡаршылағандар, байрамды әҙерләүҙә ҡатнашҡандар һәм башҡалар бар ине. Шулай уҡ йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы урынбаҫары, сығышы менән Күлләр ауылы егете Рәсил Исламов, Николаевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүилә Ҡултыгиналар ҡотланы.

Матур сараны театрлаштырылған тамаша асып ебәрҙе. Күршеләрен ҡотларға Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йорто вәкилдәре, район мәҙәниәт һарайы артистары килгәйне. Байрам үткән майҙанда көнө буйы йыр-моң яңғырап торҙо. Яҡташтар шатланып осрашты, туғандар хәтирәләрен барланы.

Ауылдың тарихы бик бай. Шуға ла мәғлүмәттәр туплап, китап сығарырға, тигән эшлекле тәҡдим яһалды.

Һүҙемде ошо шиғри юлдар менән тамамлағым килә:

 

Алыҫтарҙан иҫеп сәләм әйтә

Тыуған яҡтың таныш елдәре.

Һағынған, ахыры, ауылҡайым,

Көтә мине ғәзиз Күлләрем.

 

Эй, Күлләрем, тыуып үҫкән ерем –

Һәр ваҡытта минең уйымда!

Ғүмеремдең иң бәхетле сағы

Үткәненә һинең ҡуйында.

Йәмле яҙҙа бөҙрә әрәмәләр

Һандуғастың тула моңона.

Пар аҡҡоштар ҡайтып ояһына,

Һинең күлдәреңдә ҡойона.

 

Юҡҡамы ни ошо хозур ерҙе

Олатайҙар төйәк иткәндәр?!

Бөгөнгөнөң ныҡлы нигеҙе ул,

Данға лайыҡ һинең үткәндәр.

 

Тарих биттәрендә ҡалған Күлләр –

Дыуан-табындарҙың үҙәге;

Иман биргән мәсет, мәҙрәсәң дә –

Динебеҙҙең сағыу биҙәге.

 

Ил таяныр батыр ирҙәрең дә

Ошо йомарт ерҙә тыуғандар:

Ҡәҙербирҙе, Мөхәмәтәминдәр

Француз яуын ҡыйыу ҡыуғандар.

 

Күпме яугир Ватан өсөн яуҙа

Башын һалды. Ҡайтты яралы.

Нисәмә йыл улар онотолмай,

Йөрәк һаҡлай һаман яраны.

 

Әүәлдән үк тыуған ауылымда

Донъя көтә тырыш, уңғандар.

Үткәндәрен белеп, барлап, тойоп,

Киләсәктең нигеҙҙәрен ҡойоп,

Матур йәшәй бында туғандар.

 

“Бәләкәй бит” тимә ауылымды,

Ваҡ булһа ла алтын, ҡиммәт ул.

Бөтә ерҙән ул иң ҡәҙерлеһе –

Йәшәү өсөн беҙгә һиммәт ул!

- Фәрғәт ҠОТЛОБАЕВ
Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас