

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Республикаға идара итеү үҙәгенең кәңәшмәләр залында Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары, уҡытыусылар, Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығынан коллегалар менән берлектә Рәсәй Фәндәр академияһының Биохимия институты директорының фән буйынса урынбаҫары Алексей Белогуровтың “Киләсәк медицинаһы. Технологиялар медицинаны нисек алмаштыра?” тигән лекцияһын тыңлауҙы ойошторҙо.
Студенттар лекция хаҡында фекер алышты, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға аныҡ һорауҙар бирҙе. Министр иһә буласаҡ медиктарға ниндәйҙер яңы нәмәне эҙләгәндә иҫбатланған медицина тураһында онотмаҫҡа тейешлеге хаҡында әйтте.
Әйткәндәй, 31 августан 2 сентябргә тиклем барған “Белем” марафонында Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша алды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.