

Үрге Тәтешле ауылынан Әлфиә менән Алмас Сәлимгәрәевтәр район үҙәгендә йәшәһә лә, ҡортсолоҡ эшен тыуған ауылдары Сорғолдола алып бара.
– Умартасалыҡ менән ҡыҙыҡһыныу ҡарт олатайымдан килә. Элек ул урманда ла түмәр умарталар тотҡан, үҙенең тамғаһы ла булған. Артабан ул эш олатайыма ҡалған, һаулыҡ буйынса мөмкинлеге сикләнһә лә, өйө эргәһендәге умарталарҙы таяҡҡа таянып йөрөп ҡарарға тырышҡан. Уның балта эшенә оҫталығы ла билдәле, салғы төҙәткән, бысаҡ үткерләгән.
Ҡартатайымдан һуң был шөғөлдө атайым дауам иткән. Бәләкәйҙән үҙем дә атайым эргәһендә ҡорттан сағыла-сағыла эшләшеп йөрөй торғайным. Иң иҫтә ҡалғаны шул: яҙ етеү менән ер кибә башлаһа, бөтә бала-саға туп уйнарға сыға. Минең дә шул тиклем уйнағым килгәне хәтерҙә, ләкин умарталыҡта эш күп булыуы арҡаһында бер нисек тә иптәштәргә ҡушылып китеп булмай торғайны. Шулай итеп, бәләкәйҙән ҡорт ҡарау нескәлектәрен белеп үҫтем, – тип һөйләп алып китте Алмас Сәлимгәрәев.
Ғаилә династияһы исеменә тап төшөрмәй Алмас. Тыуған йорто эргәһендә һәм урманда биләмә алып, умарталарын ишәйтә. Әле уларҙың һаны йөҙҙән артып киткән. Ошо йүнәлештә үҙ эшен асып ебәргән, магазин тота. Был йәһәттән ғаиләһе – уның иң ҙур таянысы.
Ҡатыны Әлфиә “Тәтешле хәбәрҙәре” район гәзитендә эшләһә лә, бер үк ваҡытта иренә лә ярҙам итеп өлгөрә. Үҫмер ҡыҙҙары Алина менән улдары Аяз да күптән ҡул араһына ингән. Әйткәндәй, тормошҡа сыҡҡансы Әлфиә өсөн был һөнәр ят булған.
– Кейәүгә сыҡҡансы мине бер тапҡыр ҙа бал ҡорто саҡҡаны юҡ ине, килен булып төшкәндең иртәгәһенә үк сағылдым, күс айырған ваҡыт ине. Ауыл ҡыҙы булғас, улай ҡурҡып торманым. Ниндәй ғаиләгә килгәнемде белә инем бит. Шунда уҡ эш тәртибенә өйрәнергә тырыштым. Бал ҡорттарын ҡарау өсөн сабыр, сыҙамлы булырға кәрәк. Яйлап өйрәнеп киттем һәм хәҙер иремә генә түгел, минең өсөн дә был яратҡан шөғөл. Яҙын ҡорттарҙы сығарғандан алып, ҡышҡылыҡҡа кереткәнгә тиклем эштән бушаған юҡ, – тип һөйләне Әлфиә.
Сәлимгәрәевтәр – һөнәрҙәре буйынса уҡытыусы, элек мәктәптә лә эшләгәндәр. Көн талабы уларҙы умартасылыҡҡа тотонорға этәрә.
– Заман шулай ҡуша – беҙ уға яраҡлашырға мәжбүр. Хәҙер булдыҡлы кешеләр бер нисә эшкә өлгөрә. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуыбыҙҙың сәбәбе – балаларҙың иртәгәһе көнөн ышаныслы итеү теләге. Еңел түгел, әлбиттә, йәйҙе күрмәй ҙә ҡалабыҙ. Кешеләр диңгеҙ буйында ял иткәндә, беҙ ҡорт баҡсаһында мәж киләбеҙ, был эштән үҙебеҙгә ҡәнәғәтлек алабыҙ, ҡорттарҙы яратабыҙ. Беҙҙең хыял – борондан килгән умартасылыҡты артабан балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ дауам итһен ине. “Сәлимгәрәевтәрҙең балы” тигән баһа юҡҡа сыҡмаһын һәм, әлбиттә, башҡорт балы, Тәтешле балы тағы ла юғарыраҡ кимәлдә танылыу алһын, – тип һөйләне Сәлимгәрәевтәр.
Ғаилә башлығының тағы бер яуаплы бурыс алып барыуын билдәләмәү мөмкин түгел. Уҙған йыл районда умартасылар йәмғиәте барлыҡҡа килгән һәм уның рәйесе итеп Алмас Сәлимгәрәев һайланған. Дөйөм проблемаларҙы бергәләп хәл итеү йәһәтенән дә бындай ойошманың булыуы кәрәк, тигән фекерҙә оҫта.
Тырыш кеше бар ергә лә өлгөрә. Әңгәмәләшкән арала Сәлимгәрәевтәрҙең Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсының республика этабында ҡатнашып, “Ғаилә – йолалар һаҡсыһы” номинацияһында еңеү яулауы тураһында белдек. Бында ла уларға хас берҙәмлек, ныҡышмалылыҡ ярҙамға килә. Төрлө конкурстарҙағы маҡтау грамоталары ғаиләнең ҡаҙаныштар исемлеген әленән-әле тулыландыра.
“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тигәндәй, балаларының да күңелгә ятҡан шөғөлдәре бар. Мәҫәлән, ҡыҙҙары Алина вокал менән мауыға, район, республика конкурс-фестивалдәрендә еңеүсе, призер булып өлгөргән.
Буш ваҡыт эләккәндә ғаиләнең матур ял ойоштороу йолалары бар.
– Йыл һайын дуҫтар менән бергәләп, балаларыбыҙҙы алып, Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ, һәр йыл бер матур урынды күреп ҡайтабыҙ. Тәбиғәттәге ял – иң шәбе, – ти улар.
Кәрәгендә ең һыҙғанып эшләп, матур итеп ял да итә белгән ғаиләгә тормоштарының артабан да уң барыуын теләйбеҙ.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Тәтешле районы

