Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 06:15

Үсен минән – өс йәшлек баланан алды...

Ул мине мунсаға индереп йыуындырҙы. Эске күлдәгем ҡап-ҡара ине, уның мазутын нисек бөтөргәндер?!.

Үсен минән – өс йәшлек баланан алды...Үсен минән – өс йәшлек баланан алды...
Үсен минән – өс йәшлек баланан алды...

Социаль селтәрҙә төрлө яҙмыштар, ғибрәтле ваҡиғалар тураһында яҙмалар йыш баҫыла. Уларҙың береһен һеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ. Исемдәр үҙгәртеп алынды.

...Мин бәләкәй инем. Зәкиә апайым күрше ҡыҙы Әнисә менән менән урам буйында уйнап йөрөй. Арттарынан йүгерәм. Ауыл осона еткәйнек, әллә ҡайҙан егеүле ат килеп сыҡты. Апайымдар ситән аша һикереп сығып, баҡсаның теге яғына төшөп, ары йүгерҙе.

Мин дә ситәнгә менәм тип йәбештем, тик менә алманым. Кире ергә төшһәм, өҫтөмә ат менеп килә. Ҡаушаным, ҡурҡтым, ҡыбырлай алмай торам. Ә ат өҫтөмә менеп килә... Ул улайтмаҫ ине, аттың дилбегәһен шаҡарып тотҡан Марат уны миңә табан йүнәлтә ине.
Күҙ асып йомғансы мин арба аҫтында ҡалдым. Уның оҙон булып сығып торған тимер кендегенә күлдәгем эләгеп, арба аҫтында һөйрәлеп барам...

Нисектер күлдәк арба кендегенән ысҡынды. Ерҙә йығылып ятып ҡалдым. Күреүсе лә, ярҙам итеүсе лә юҡ. Марат яныма килеп: “Үлмәнеңме әле?” – тип һүҙ ташланы ла атына ултырып ферма яғына сапты.

Мин тора алмай ятып ҡалдым. Аяғыма баҫып булмай, үҙем мазутҡа буялғанмын. Саҡ ҡайтып еттем, өйгә инергә ҡурҡам.
Бысранып, ҡайҙа йөрөнөң, тип әрләрҙәр тип уйлайым.

Мал аҙбарына инеп, сүкәйеп ултырам. Күпме шулай ултырыр инем, Зарифа апайым өйҙән килеп сыҡты. Уны күргәс, мин торорға маташтым. Ул мине мунсаға индереп йыуындырҙы. Эске күлдәгем ҡап-ҡара ине, уның мазутын нисек бөтөргәндер?!.

Шуның менән был хәл бөттө. Атай-әсәйемә әйтмәнем. Эсемде тапанымы арба тәгәрмәсе, мейем һелкендеме, мине ҡараусы, дауалаусы булманы.

Марат атайыма үсле ине. Уға булған асыуын миңә –  өс йәшлек балаға төшөрөп, үсе ҡандымы икән?..

Фото: unart.pro. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас