

Мәһәҙи умарталығында мәж килә ине был мәлдә. Ҡарсығының өс тапҡыр сәй эсергә саҡырыуын да ишетмәй, әллә ишетмәмешкә һалышып, һаман булыша бирә. Ни ҡылһын, ҡорт айырған мәл, йыраҡ китеп булмай. Һәр хәлдә, эш етерлек инде, тик бына йөрәк кенәһе “леберҙәп” тик тора. Шуға ҡарт бер аҙ арлы-бирле итеп ала ла, былтыр малайы менән әтмәләп ҡуйған аласыҡ-өйөнә инеп, ятып тора. Хәл ала ла йәнә умарталары янына сыға.
Эйе, уның умарталары гөжләп тора. Көслөләр. Ҡарай белә шул Мәһәҙи! Йәштән оҫта булды, әле һөйләшә белмәгән мәленән үк тигәндәй, ҡорттар араһында ине, әсәһе, сағылып ҡуймағайың, тип орошоп та ҡараны, юҡ, тыңлата алманы. Хәйер, ата-бабаһынан ҡан аша күсә килгән оҫталыҡты, тартыу көсөн, әрләшһәң дә, әрләшмәһәң дә, туҡтатып буламы икән?! Кеше күҙенә күренмәҫ еп менән бәйле шул Мәһәҙи нәҫеле һәм умарта ҡорто! Улар ҡортто ярата, ә ҡорт – уларҙы!
Ҡараны ла, файҙаһын да күрмәне түгел. Ана бит, балаларына нисек тос ярҙам итте ул: береһенә фатир һатып алышып бирҙе, икенсеһенә машина яңыртышты, хатта ейән-ейәнсәрҙәренә тиклем “нәҙек билкәйҙәрҙең” файҙаһын татыны. Ә өҫтәлдән өҙөлмәгән бал тураһында әйтеп тә тораһы түгел! Тик... уҡыттылар, үҫтерҙеләр ҙә, яландай ҙур өйҙәрендә икәү генә торҙолар ҙа ҡалдылар.
Кинйә Фәниленең ҡылын тартҡылап ҡараны-ҡарауын Мәһәҙи, тик уныһы башта ауылда эш юҡҡа һылтанды, ә хәҙер иһә уңайлы тормошҡа күнекте. Ярай әле, онотҡанда бер ҡайтып, умарталарҙы сығарыша, ҡараша.
...Тағы өйәнәге тотто. Яҙын район табибының: “Бабай, йөрәгең насар, үҙеңде һаҡларға кәрәк” тигәне иҫенә төшә лә бит, тик бынау тиклем донъяны нисек ташлап, ошо матур көндә дауаханала ятмаҡ кәрәк?! Йәнә хәл алырға булды ҡарт, тамам йығыла башлағас, күреген дә йығып тормай, аласыҡҡа йүнәлде. Ә Фатима, һәр ваҡыттағыса, ярым шаяртып: “Умарталығыңа килеп еткәнсе өс йөҙ аҙым атларға кәрәк”, – тип әрләшә-әрләшә килеп еткәндә, Мәһәҙиҙең үле кәүҙәһе һыуынып бөтөп бара ине инде... Иртәгәһенә мосолманса йәһәтләп ерләп тә ҡуйҙылар.
...Фәнил ялын ауылда үткәрергә булды һәм, умарталарын бер сама итеп, һатырға кәрәк, тигән уйға килде. Тик ҡараштырайым тип умарталыҡҡа килһә, улары буп-буш булып сыҡты. Тәү сиратта “урлағандар!” тигән уй килде. Улай тиһәң, умарталар урынында ултыра бит. Сит ерҙән килтерелгән ҡорттарҙың, башҡа умарталарҙы талап, нәҙекәй билдәрҙе үҙҙәренә алып китә тигәнде ишеткәне бар ине уның, быға тиклем ышанманы. Күрәһең, уларҙың ҡылығылыр. Мәтеле буйындағы йүкәлектә күпме сит-яттарҙың умартаһы теҙелгән – шуларҙың ғына эше!
Умарталыҡты бер сама йыйыштырып ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалманы. Йорт тирәһендә ҡулына эш бармағас, әсәһе ҡушыуы буйынса, Фәнил зыяратҡа, атаһының ҡәберенә сәскә ултыртырға йүнәлде. Ана, әллә ҡайҙан күренеп тора яңы ҡап-ҡара тупрағы өйөлөп ятҡан ҡәбер. Яйлап Фәнил атаһының һуңғы төйәгенә яҡынлашты һәм ундағы хәлгә шаҡ ҡатты: ҡәбер өҫтөндә меңәрләгән ҡорт “гөж” килә ине...
- Рәмил МАНСУРОВ