Йәмғиәт
2 Сентябрь 2022, 05:11

“Уҡытаһың икән, үҙең дә уҡы!”

Нуретдиновтарҙың хеҙмәт стажы – 332 йыл.

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Быйыл – Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт динас­тиялары йылы. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында “Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт династиялары” конкурсын үткәреү эше ойошторолдо. Уға ярашлы, 12 тармаҡта һайлау этабы үтәсәк.

Бөгөн ошо конкурста ҡатна­шырға теләк белдергән Нурет­динов­тарҙың уҡытыусылар динас­тияһы менән таныштырабыҙ. Уларҙың хеҙмәт стажы – 332 йыл! Барыһын да бер мәктәпкә йыйһаң, буш вакансиялар ҙа ҡалмаҫ ине, сөнки улар төрлө белгеслектәргә эйә: биолог, филолог, тарихсы, башланғыс кластар, математика һәм сит телдәр уҡытыусыһы, директор...

Үрге Тәтешле ауылының 1-се урта мәктәбендә эшләгән, егерме йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Динара ШӘРӘФИСЛАМОВА – ошо күркәм династияның бер вәкиле. Ул үҙенең уҡытыусылар нәҫелен, ата-бабаларының эшен дауам итеүе менән ихлас ғорурлана. Бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға нимә этәреүен белергә теләп, Динара Рәмил ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

 

– Ни өсөн тиһегеҙме? Конкурс иғлан ителеүен белеү менән һис икеләнеүһеҙ унда ҡатнашырға булдым, сөнки профессия һайлауҙа иң яҡын кешеләрем этәргес көс ине. Олатайым, әсәйем, ике туған апайҙарым, һеңлеләрем, ҡусты­ларым, хатта буласаҡ ҡәйнәм дә – уҡытыусы. Уларҙың барыһы ла – эштәренән йәм табып, һөнәр­ҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған талантлы хеҙмәт эйәләре.

Һүҙҙе олатайым Тимерхан Нуретдин улы Нуретдинов менән таныштырыуҙан башлайым. 1921 йылда Үрге Тәтешлелә  тыуып үҫ­кән егет 1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм ни бары һигеҙ йылдан һуң ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Свердловск ҡалаһындағы педагогия училищеһын тамамлап, туған мәктәбендә тарихтан уҡыта. Олатайымдың хеҙмәт стажы 18 йыл ғына, ни өсөн тигәндә һуғыш яралары оҙаҡ йәшәргә ирек бир­мәй, 48 йәшендә ғүмере өҙөлә. Өлә­сәйем менән алты бала тәр­биәләп үҫтерәләр, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам итәләр. Ҡыҙғаныс, мин уны иҫән сағында күрмәнем, әсәйем һөйлә­үенсә, олатайым һәләтле уҡытыусы булған.

Уның ҡыҙҙарының береһе – әсәйем Земфира Тимерхан ҡыҙы Кәримова мәктәптә 39 йыл буйы башланғыс класс балаларына белем бирҙе. Инновациялы уҡытыу алымдары индергән, ижади ҡараш­лы уҡытыусы булды. Тап башлан­ғыс кластарҙа артабан белем алыуға нигеҙ һалынғанын, шәхес формалашҡан, ғәҙәттәр нығынға­нын яҡшы аңлап эш итте. Уҡыусы­лары ла һынатманы, республика һәм район олимпиадаларында, конкурстарында призлы урындар яуланы. Әсәйем мин белгәндән йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны, бер нисә йыл профсоюз ойошмаһы рәйесе, ауыл советы депутаты итеп һайланды. Уңышлы хеҙмәте район хакимиәте, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.

Тап әсәйем менән уның һеңле­ләре мине уҡытыусы һөнәрен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтте. Бер туған һеңлем менән бәләкәйҙән үк улар кеүек педагог булырға хыялландыҡ. Гөлнара Бөрө педагогия академияһының филология факультетын тамамлағас, ауыл хужалығы колледжында эшләне, әле Үрге Тәтешлеләге 2-се урта мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул бөгөн – юғары категориялы педагог, “Уҡытаһың икән, үҙең дә уҡы” тигән девиз менән йәшәй, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

 

– Әсәйегеҙҙең бер туғаны Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғәскәрова хаҡында айырыуса йылылыҡ менән һөйләйһегеҙ, хеҙмәтенә ысын күңелдән  һоҡлана­һығыҙ. Һеҙ уға ни өсөн рәхмәтлеһегеҙ?

– Ысынлап та, апайымдың педагог таланты мине һәр саҡ үҫергә, белемгә ынтылырға, үҙ өҫтөмдә эшләргә мәжбүр итте. Ул –Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 39 йыл рәттән белем бирҙе. Ул баланың әсә телендә халыҡ мираҫын, рухи байлығын, күңел паклығын үҙенә һеңдерһен өсөн тырышты. Юғары әхлаҡ һәм мәҙәнилек, ижади ҡо­марлыҡ һәм төплө нигеҙ һәр дәре­сендә сағылды. Уның уҡыусыларҙы муниципаль һәм республика кимә­лендәге олимпиа­даларға, конкурс­тарға әҙерләү буйынса башҡарған хеҙмәтен айырыуса баһалағы килә. Республика кимәлендәге призлы урындар, ҡаҙаныштар уҡытыусы һәм уҡыусының берлектәге иң һө­ҙөмтәле хеҙмәт емеше бит. Мәктәп­тә “Салауат күпере” тип аталған өлгөлө фольклор төркөмөн ойош­торҙо. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында йылдар дауамында бары призлы урындар­ға лайыҡ булды. 2008 йылда “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор конкурсында, аҙаҡ “Баш­ҡортостан ынйыһы” ижади бәйге­һендә дипломдар менән бүләк­ләнде.

Әсәйем дә, Гүзәл апайым да хәҙер хаҡлы ялда, әммә тыныс ҡына ятырға уйҙары юҡ, район һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашалар, “Ғүмер балҡышы” ансамбленә йөрөйҙәр. Бар яҡтан да минең өсөн генә түгел, балаларым өсөн дә өлгө булған апайыма рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Уның ҡыҙы Регина Балағетдинова ла әсәһенең юлын һайланы. Әле Бәҙрәш мәктәбендә башланғыс класс  балаларын уҡыта, беренсе квалификация категорияһына эйә, 15 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар.

Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Әлфиә Тимерхан ҡыҙы Ғиләжева 1-се Үрге Тәтешленең 1-се мәктә­бендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уның һәр дәресе – белем донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исемен йөрөтә, әллә күпме почет грамоталарына эйә. 36 йыллыҡ эш дәүерендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһын­да ҙур абруй ҡаҙанды.

 

– Уҡытыусылар династияһы башында торған олатайығыҙҙың ейән-ейәнсәрҙәре лә ырамлы аҙымдар яһай... Кемдәрҙе атар инегеҙ?

– Нефтекамалағы башҡорт гимназияһында директор урын­баҫары, шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш­ләгән Алһыу Рәмил ҡыҙы Әхмә­тованың хеҙмәт стажы – 16 йылдан ашыу. Төрлө ведомстволарҙың маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәсәй Мәға­риф һәм фән министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Уның юғары һәләтенә, тәрбиә мәсьәләһен оҫта ойоштора алға­нына һоҡланабыҙ. Олата­йымдың ейәне Рөстәм Рәмил улы Нуретдинов – педагогтар динас­тияһын ғына түгел, беҙҙең фамилияны дауам итеүсе лә. Уны  күптән түгел Нефтекама ҡалаһындағы 14-се мәктәпкә директор итеп тәғәйен­ләнеләр. Олатайыбыҙҙың профес­сияһын, фамилияһын ғына түгел, күп яҡлы таланттарын да мираҫ итеп алған ул. Баянда уйнай, халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡара, төрлө тантаналарҙы ойоштороусы һәм оҫта алып барыусы ла.

Олатайымдың туғандары Резеда Радик ҡыҙы Фәхрисламова, Венария Усман ҡыҙы Нәзибуллина, Зәнфира Ҡәүи ҡыҙы Зарапова ла уҡытыусылар династияһын лайыҡ­лы дауам итә. Башҡортостандың мәғариф отличнигы Резеда Радик ҡыҙы Үрге Тәтешле мәктәбендә биологиянан уҡыта, уҡыусылары йыл һайын экология һәм биология буйынса олимпиада һәм тикше­ренеү эштәрендә ҡатнашып, приздар һәм еңеүҙәр менән ҡайта. Уның ҡатнашлығынан башҡа районда бер концерт та, тантана ла үтмәй. Венария Усман ҡыҙы – француз һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы, әле район үҙәгендәге 1-се мәктәптә инглизсә өйрәтә. Үҙ эшенә ғашиҡ уҡытыусының уңыш­тарын һәм ҡаҙаныштарын һанап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Башҡор­тостандың мәғариф отличнигы, район конкурстары еңеүсеһе, “Йыл уҡытыусыһы” лидеры, “Иң яҡшы класс етәксеһе”, “Иң яҡшы һанлы белем биреү ресурсы” республика конкурсы лауреаты ла ул.

Зәнфира Ҡәүи ҡыҙы ғүмер буйы балаларға математика серҙәрен өйрәтте. Һөнәри оҫталығы һәм ойоштороу таһыллығы өсөн Балтас районының Ҡомъяҙы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнеләр. Эшкә һәләтле, булдыҡлы коллектив туплай алды, мәктәпте һәр яҡтан да алдынғылар рәтенә сығарыуға ҙур көс һалды.

Беҙҙең быуындан-быуынға тап­шырылған ғаилә традиция­ларыбыҙ ҙа бар, байрамдарҙы бергә үт­кәрергә тырышабыҙ, бары­быҙ өсөн дә уртаҡ һөнәри байрамыбыҙҙы көтөп алабыҙ. Арабыҙҙа баянсылар ҙа, йырсылар ҙа, алып барыусылар ҙа булғас, һәр осрашыу күңелле уҙа. Эста­фетабыҙҙы тапшырыр кешеләр булыуы һөйөндөрә. Ҡыҙым Элина Шәрәфисламова ла беҙҙең педагогтар ғаиләһенең абруйлы эшен дауам итергә теләй. Быйыл мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты булып китте. Инглиз һәм немец телдәрен өйрәнә­сәк.

Һөнәр һайлауға  яуаплы ҡарарға кәрәк, сөнки артабанғы яҙмышың тап уға бәйле. Беҙ һис кенә лә үкенмәйбеҙ, уҡытыусы булыу – ҡаныбыҙҙа, булмышыбыҙҙа, был – беҙҙең яҙмышыбыҙ!

- Динә АРЫҪЛАНОВА
Тәтешле районы

Читайте нас