

Башҡортостан таможняһының оператив бүлексәләре "Өфө" аэропортының таможня посы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Өфө - Ташкент» рейсында ҙур күләмдә ҡулаҡсаны законһыҙ күсереүҙе туҡтатты.
Башҡортостандан бер ҡатын эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн Үзбәкстандың баш ҡалаһына ҙур суммала сит ил һәм Рәсәй валютаһын сығарырға маташҡан. Евразия иҡтисади союзы сиге аша ҡулаҡса күсереү ҡағиҙәләре һәм уларҙы декларациялау кәрәклеге менән пассажир таныш булған, ләкин «йәшел коридор» аша үтергә хәл иткән.
Һөҙөмтәлә таможня хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ҡул йөгөндә биш мең доллар, һигеҙ мең евро һәм ике миллион һум тапҡан. Дөйөм суммаһы 50903,15 долларлыҡ йәмғеһе 526 купюра (банкнот) тәшкил иткән.
«Бөгөн Рәсәй Федерацияһынан ситтә бер кешегә 10 мең долларҙан ашыуыраҡ суммала ҡулаҡса менән сит ил валютаһын сығарыу тыйылған. Ошондай уҡ һумлыҡ эквивалент хаҡында декларация яһарға кәрәк, - тип аңлатты Башҡортостан таможняһы начальнигы урынбаҫары Ринат Ғәлиев. - Пассажир «ҡыҙыл коридор» аша үтергә һәм декларация тапшырырға тейеш ине».
Ошо осраҡ буйынса Башҡортостан таможняһы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 200.1-се статьяһының 1-се өлөшө («ҙур күләмдәге ҡулаҡсаны Евразия иҡтисади союзы аша законһыҙ сығарыу») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Эш судҡа тапшырылған.
Аҡсаң күп булһа ла еңел түгел икән шул...
Фото: "Башинформ".