

Республиканың ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы Салауат бер юлы ике байрамды билдәләне.
Ҡалала тәүге тапҡыр һауала йөҙөү фестивале үтте. Быйыл ойоштороусылар халыҡты үҙәк майҙанда аэростаттар менән ғәжәпләндерергә булған. Салауат ҡалаһы һәм Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көндәрен билдәләү программаһының киске өлөшөн һауа шарҙары осошо биҙәне. Фестивалдә ҡатнашырға тип Һамар, Ҡазан, Волжск, Йошҡар-Ола ҡалаларынан һәм үҙебеҙҙең республика вәкилдәре килгәйне. Ҡала шарттарында иҫ китмәле тамаша киске концертҡа сағыу биҙәк өҫтәне.
Салауат ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы ул саҡта союз әһәмиәтендәге ҙур нефть-химия комбинаты төҙөүгә бәйле. 74 йыл элек беренсе таяҡ ҡаҙалһа, әле унда ҡеүәтле етештереү предприятиелары урынлашҡан.
Байрам тантанһында Салауат ҡалаһы башлығы Игорь Миронов ҡаланың бөгөнгө социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары, уңыштары тураһында һөйләне, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был көндә “Салауат ҡалаһының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе, “Салауатбыяла” предприятиеһының генераль директоры Валентин Дмитриевич Токаревҡа бирелде.
Ҡала кимәлендә ойошторолған конкурс еңеүселәрен дә тәбрикләнеләр.
Байрам күңел асыу һәм ял итеү тамашаларына бай булды. Төрлө спорт бәйгеләре, бай күргәҙмәләр, асыҡ фестивалдәр ойошторолдо, урындағы ижади төркөмдәр сығыштары менән ҡыуандырҙы. Байрам һуңындағы концертта билдәле “Новые Самоцветы” төркөмө сығыш яһаны. Йола буйынса, салют аттылар.
Фото: "Башинформ".