Йәмғиәт
4 Сентябрь 2022, 07:00

Баймаҡ ирҙәрен поезға ултыртмағандар

Был икәү Яңы Уренгойҙа үтә әҙәпһеҙ ҡыланған...

Баймаҡ ирҙәрен поезға ултыртмағандарБаймаҡ ирҙәрен поезға ултыртмағандар
Баймаҡ ирҙәрен поезға ултыртмағандар

Яңы Уренгой полицияһына “Яңы Уренгой - Өфө” поезына хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренең килеүен һорағандар. Баҡтиһәң, ике иҫерек әҙәм үтә әҙәпһеҙ ҡыланған, һүгенгән. Поезд начальнигы уларҙы транспорт сараһына ултыртыуҙан баш тартҡан.

Транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре дежур часҡа сығышы менән Баймаҡтан булған 37 һәм 27 йәшлек ирҙәрҙе килтергән. “Быға тиклем дә енәйәт яуаплылығына тарттырылған булғандар. Өҫтәүенә административ хоҡуҡ боҙғандар, штрафтарын әле һаман түләмәгәндәр. Хоҡуҡ боҙғандарға ҡарата Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.1-се статьяһындағы 1-се өлөш - “Хулиганлыҡ” буйынса административ протоколдар төҙөлдө”, - тип хәбәр итә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Урал федераль округындағы Транспорт идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Фото: vlad.aif.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас