Йәмғиәт
4 Сентябрь 2022, 17:30

Төндә ҡырау көтөлә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы ниҙәр хаҡында иҫкәртә?

Төндә ҡырау көтөләТөндә ҡырау көтөлә
Төндә ҡырау көтөлә

5 сентябрь төнөндә ҡырау төшөр, 0, -2 градус булыр тип көтөлә, тип иҫкәртте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп.

Иртәгә көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәр, был ваҡытта ел секундына 17 метрға тиклем иҫер тип фаразлана.

Әммә шул уҡ ваҡытта урмандарҙа янғын сығыу иғтималлығы бар. Шуға тәбиғәт көйһөҙлөктәренә әҙер булығыҙ.

Фото: ekb.tsargrad.tv

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас