

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” рубрикаһын дауам итеп, башҡорт газ транспортсылары – Вәлиевтәр ғаиләһе тураһында яҙҙы. Уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы – 100 йылға яҡын.
“1983 йылда Стәрлетамаҡтан йәш ғаилә Гөлфиә менән Ринат Вәлиевтәр Дүртөйлө районында “Баштрансгаз” компрессорҙар станцияһының төҙөлөшө хаҡында ишетеп, ҡайнап торған Мәскәү ауылына күсә һәм предприятиеның урындағы филиалына эшкә урынлаша. Ринат Мәғәфүр улы – технологик компрессорҙар машинисы, Гөлфиә электр механигы булып.
Вәлиевтәрҙең өс балаһы – улдары Илнар һәм Айҙар, ҡыҙҙары Алина – ата-әсәһе юлынан киткән. Хәҙер ағалы-ҡустылы “Газпром трансгаз Өфө” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (хәҙер “Баштрансгаз” тип атала) үҙҙәре өсөн туғанға әүерелгән Дүртөйлө филиалында эшләй. Илнар 2003 йылдан – хеҙмәтте һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау хеҙмәтендә. Айҙар – автоматлаштырыу һәм метрологик тәьминәт хеҙмәтендә.
Вәлиевтәр ғаиләһендә ейәндәр үҫә. Өлкәндәре Тимур быйыл, Республика инженер лицей-интернатын тамамлап, Санкт-Петербург тау университетына “Нефть һәм газ эше” белгеслеге буйынса уҡырға ингән. Был Вәлиевтәрҙең газ транспортсылары хеҙмәт династияһының дауам итеүен аңлата.
Тағы бер тапҡыр нефть һәм газ тармағы хеҙмәткәрҙәрен, әлбиттә, Вәлиевтәрҙең ҙур, татыу ғаиләһен һөнәри байрамдары менән ҡотлайым”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фотолар: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.