Йәмғиәт
5 Сентябрь 2022, 12:00

Ағас ҡырҡыусылар, бер миллион һумлыҡ эш бар!

Бейеклеге - 25 метр, диаметры 80 сантиметр булған 143 ҡарт ағасты ҡырҡыу кәрәк.

Ағас ҡырҡыусылар, бер миллион һумлыҡ эш бар!Ағас ҡырҡыусылар, бер миллион һумлыҡ эш бар!
Ағас ҡырҡыусылар, бер миллион һумлыҡ эш бар!

Өфөнөң махсус хеҙмәтләндереү комбинаты ҡала зыяраттарында ҡартайған ағастарҙы киҫтерергә подрядсы эҙләй, тип хәбәр итә «Башинформ». Фотоpixabay.con

Был хаҡта мәғлүмәтте дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырғандар. Килешеүҙең башланғыс хаҡы - 1001000 һум. Ғаризалар 8 сентябргә тиклем ҡабул ителә.

Конкурста еңеүсегә 30 октябргә тиклем авария хәлендәге 143 ағасты киҫергә кәрәк буласаҡ. Эш ҡала бюджетынан финансланасаҡ. Уны башҡарғанда һәйкәлдәргә, рәшәткәләргә, йәш ағастарға зыян килтермәү мотлаҡ. Һуңынан биләмәне таҙалап китеү мотлаҡ.Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас