Йәмғиәт
5 Сентябрь 2022, 14:30

Денис Мацуев юғары баһаланы

Башҡортостандың дәүләт оркестры - Мәскәү филармонияһы сәхнәһендә.

Денис Мацуев юғары баһаланыДенис Мацуев юғары баһаланы
Денис Мацуев юғары баһаланы

Рәсәйҙең төп мәҙәни учреждениеһы һаналған Мәскәү филармонияһының 101-се концерт миҙгелен асыуҙа донъяның киң билдәле пианисы Денис Мацуев менән бергә баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостандың милли симфония оркестры ла ҡатнашты.

Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев былтыр Өфөлә оркестр менән бергә сығыш яһағанында коллективтың оҫталығын юғары баһаланы, быйыл да һоҡланыуын йәшермәй.

"Былтыр беҙ бергәләп Григ концертын ҡуйҙыҡ, шул ваҡытта уҡ мин коллективтың бик көслө икәнлегенә инандым. Прокофьевтың өсөнсө концертына репетиция эшләгәндә, үҙемде унда әллә күпме уйнаған кеүек тойҙом. Оркестр феноменаль формала, улар минең яҙмаларымды тыңлаған кеүек, сөнки темпымды, хистәремде яҡшы беләләр, аңлайҙар, беҙ шунда уҡ, әҙерлекһеҙ концерт күрһәтә алабыҙ һымаҡ", - ти ул.

Мәскәү филармонияһының П.И. Чайковский исемендәге концерт залында Прокофьевтың өсөнсө концерты һәм Римский-Корсаковтың "Шәхеризада" әҫәре яңғырай. Музыка һөйөүселәр артистарҙың сығышын көслө алҡыштарға күмә. Тамашаның икенсе өлөшөндә Бетховен, Бородин әҫәрҙәре яңғырай.

"Донъяның иң билдәле музыканты менән сығыш яһау – оркестрыбыҙҙың, минең һәм директорыбыҙ Артур Нәзиуллиндың ижадына, эшенә ҙур баһа", тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас