Йәмғиәт
5 Сентябрь 2022, 07:30

Ихаталар танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә

Киләсәктә был майҙансыҡтан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәсәгенә тамсы ла шик юҡ.

Ихаталар танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеләИхаталар танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә
Ихаталар танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә

Өфөлә, ғөмүмән, тотош республикабыҙҙа “Башҡорт ихаталары” программаһы нигеҙендә ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү уңышлы дауам итә. Башҡортостан Торлаҡ-комуналь хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо программа тормошҡа ашырыла башлау менән баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп күркәмләнгән.

Мәҫәлән, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күп фатирлы йорт биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү Өфө ҡалаһының Революцион урамы, 90-сы йорт ихатаһына ла ҡағылған, бында уның буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле дауам итә.

Был урын танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә. Газондарҙа матур булып сәскәләр үҫеүе, кескәйҙәр өсөн ҡомлоҡ ҡуйылыуы, уҡыусы балалар өсөн сәңгелдәк һәм бүтән төрлө уйын ҡоролмалары урынлаштырылыуы, ғашиҡтар эскәмйәһе ултыртылыуы һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Төҙөкләндереү эштәрен “Дортрансстрой” йәмғиәте уңғандары башҡара.

– Беҙ Әй һәм Революцион урамдары киҫелешендә йәшәйбеҙ, – тип һөйләй Венера Хәкимйәнова. – Элек был урын шомло ине – берәҙәктәр тимер гараждар янына йыйылды, арҡыс-торҡос үҫкән ағастар төбөндә шикле әҙәмдәр күренә торғайны. Теләгән саҡта яҡшы яҡҡа үҙгәртергә була икән. Киләсәктә был майҙансыҡтан олоһо ла, кесеһе лә өҙөлмәйәсәгенә тамсы ла шигем юҡ. Мин дә ейәнсәрем Самира менән бында киләсәкмен.

Әйткәндәй, бында эштәр быйыл апрелдә башланған, ә сентябрь аҙаҡтарында тамамланырға тейеш.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас