

Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге белгестәр, илебеҙҙә телефондарына VPN-сервисын ҡуйған граждандарҙың биштән бер өлөшө уны файҙаланыуҙан баш тартты, тигән һығымтаға килде. “Газета.Ru” электрон баҫмаһы ошо турала хәбәр итте.
Рәсәйҙәрҙе VPN-дан баш тартырға мәжбүр иткән сәбәптәр иҫәбенә бындай сервистарға блок ҡуйыу, шулай уҡ ҡайһы бер ҡушымталарҙың эшендә уңайһыҙлыҡтар һәм өҙөклөктәр индерелә. Респонденттар смартфон аккумуляторы зарядының тиҙ бөтөүенә, интернет трафигы сығымының артыуына зарланды. Бынан тыш, граждандар шәхси мәғлүмәттәрҙең барыһына ла билдәле булыу хәүефен белдерҙе. Июндә был сәбәпте һорауламала ҡатнашҡандарҙың ни бары ете проценты һайлаһа, июль-август айҙарында уларҙың һаны икеләтә – 16 процентҡа тиклем артҡан.
“Шәхси мәғлүмәттәр һанлы донъяла һеҙҙең шәхесегеҙгә ҡарата үҙенә күрә асҡысты, алдаҡсылар өсөн килем сығанағын тәшкил итә”, – тигән фекерҙә Башҡортостандан киберхәүефһеҙлек буйынса белгес, OTUS онлайн университеты уҡытыусыһы Сергей Терешин.
Алдашыу сылбырын төҙөп, кибер-енәйәтселәр башта һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе үҙләштерә, артабан уларҙы һатып алыу-һатыу өсөн махсус бүләккә – даркнетҡа урынлаштыра. Эксперт әйтеүенсә, кибер-енәйәтселәр ҡулланыусының портретын (профайлинг) төшөрә. Йыш ҡына төп маҡсат – банк картаһын боҙоп, аҡса үҙләштереү.
Эксперт Сергей Терешин һүҙҙәренсә, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләкмәү өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү фарыз. Беренсенән, шикле VPN–сервистарҙан файҙаланмаҫҡа. Икенсенән, кәмендә 8 символдан торған төрлө паролдәр ҡулланырға, уларҙы даими алмаштырып торорға (иң яҡшыһы – өс айға бер тапҡыр). Өсөнсөнән, шәхси йәки коммерция мәғлүмәттәрен ебәреү өсөн йәмәғәт урындарындағы Wi-Fi нөктәләрен файҙаланмаҫҡа. Дүртенсенән, бөтә банк һәм башҡа сервистарҙа, Дәүләт хеҙмәттәре порталында мотлаҡ ике факторлы авторизацияны (СМС аша раҫланған пароль буйынса инеүҙе) ҡулланырға кәрәк.
Хәҙер мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә халыҡтың белемен арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим, тигән фекерҙә Tenchat социаль селтәрен ойоштороусы Семен Теняев. Рәсәйҙә ҡулланыусыларҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, VPN-ды файҙаланғанда хәүефкә юл ҡуймау өсөн импортҡа алмаш йәһәтенән мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә ваҡыт.
Фото: kbrria.ru