

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә әлеге ваҡытта Донбасста командировкала булғандарға һәм барып ҡайтҡандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты. Һүҙ унда командировкаға ебәрелгән медиктар, төҙөүселәр, юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре тураһында бара.
– Унда беҙҙең медиктар эшләй. Унда барған һәр кемгә һаҡсыл һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Донбасста еңел түгел. Иҫләйһегеҙҙер, бер мәл ныҡлы атыштар булды һәм дауаханаларҙа тәҙрәләр ҡойолоп бөттө, беҙҙең шәфҡәт туташтарын подволда йәшерҙеләр. Тик бер медик та ҡурҡып ҡайтып китмәне. Эштәрен дауам итә, был бик мөһим, – тине республика етәксеһе.
Радий Фәрит улы фекеренсә, ауыр, үҙең өсөн өйрәнелмәгән шарттарҙа эшләү – ҙур ҡаһарманлыҡ һәм профессионализм.
– Шуға күрә әйткәнем бар ине: улар ҡайтҡан саҡта, иғтибар кәрәк. Уларға наградалар бирергә, ярҙам итергә, рәхмәт әйтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең юлсылар ҙа унда эшләй. Бик һәйбәт эшләйҙәр, тик соҡорҙан торған урындарҙа матур юл һалалар. Был биләмәләрҙе тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Бынан тыш беҙҙең төҙөүселәр Петровскоела беренсе балалар майҙансығы эшләгән. Эш бөтмәҫ элек балалар уйнай ҙа башлаған. Тимәк беҙҙең белгестәрҙең эше унда бик кәрәк. Был – мөһим һәм өҫтөнлөклө.
Фото: "Башинформ".