Йәмғиәт
6 Сентябрь 2022, 15:26

Ер өсөн яңыса түләйәсәкбеҙ

Киләһе йылдан һалым хаҡтары үҙгәрә.

topdomkazan.rutopdomkazan.ru
Фото:topdomkazan.ru

Киләһе йылдан милектә булған ергә һалым хаҡтары үҙгәрә, тип ишет­кәйнем. Ошо хаҡта һөйләһәгеҙ ине...

З. ЗЫЯЛОВ.

Бишбүләк районы.

 

– Быйыл Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә ергә яңынан хаҡ ҡуйыу бара. Раҫланған кадастр баһаламаһы һөҙөмтәләре 2023 йылда ер һалымын иҫәпләүҙә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостандың Дәүләт кадастр баһаламаһы һәм техник инвентарлаштырыу дәүләт ойошмаһы тарафынан үткәрелгән.

– Башҡортостанда баһалама эштәре буйынса отчет проекты әҙерләнгән. Унда 1823320 ер биләмәһенә кадастр баһа­ламаһы бар. Был – ауыл биләмәһе, ауыл хужалығы, сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән, айырыуса һаҡланған биләмәләр һәм объекттар, запастағы ерҙәр, һыу, урман фонды, – тип аңлатты “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәк­сеһе урынбаҫары Ленара Дегтярева.

“Росреестр”ҙың төбәк идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, үрҙә әйтелгән сайттағы Дәүләт кадастр баһаламаһы фондындағы ер участкаһын кадастр һаны буйынса эҙләү процесты күпкә еңел­ләштерәсәк.

Ер биләмәләре, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү – көнүҙәк бурыстарҙың береһе.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас