Йәмғиәт
6 Сентябрь 2022, 15:25

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә...

Иғтибар! Штраф ер категорияһына ҡарап билдәләнә

lenta.ru/articleslenta.ru/articles
Фото:lenta.ru/articles

Баш ҡаланан йыраҡ булмаған ауылда йәшәйбеҙ. Эргәбеҙҙәге йортто һатып алғандар, тик бик һирәк килеп китәләр, ер биләмәһенә бер ниндәй йәшелсә, еләк-емеш тә ултыртмайҙар. Был уларҙың шәхси эше, әлбиттә. Тик бына үҙҙәренең милкендәге ер майҙанында үләнде ваҡытында сапмайҙар, таҙартмайҙар. Һөҙөмтәлә сүп-сар үлән шашып үҫә, ваҡыты еткәс, уларҙың орлоғо эргә-тирәләге ер биләмәләренә тарала. Бынан тыш, бындай ер участкалары урамды йәмһеҙләй. Үҙҙәренә был хаҡта әйткәнебеҙ ҙә бар, тик беҙҙең үтенескә ҡолаҡ та һалмайҙар. Ошондай ер хужалары өсөн бер ниндәй ҙә штраф ҡаралмағанмы икән?

Ф. МӘСӘЛИМОВА.

Өфө районы.

 

Сүп үләндәре шәхси йорт, дача эргә-тирәһен биҙәмәй, әлбиттә. “Хоҡуҡ позицияһы” юридик компанияһы вәкиле Егор Рединдың “Прайм” агентлығына белдереүенсә, бының өсөн 20 – 50 мең һум тирәһе штраф янауы ихтимал. Әйткәндәй, сүп-сар үләндәренә бәпембә, ҡарағура, шайтан таяғы, Сосновский балтырғаны һәм башҡалар ҡарай. Мәҫәлән, Сосновский балтырғаны өсөн участка хужаһына 500 һум штраф һалына, ойошма-предприятие өсөн иһә был сумма 10 мең һумға барып етәсәк.

Иғтибар итегеҙ: штраф ер категорияһына ҡарап билдәләнә. Ер участкаһы ауыл хужалығы тәғәйенләнешле ерҙәргә ҡарарға һәм сүп-сар үлән үҫкән ер майҙаны дөйөм майҙандың 20 – 25 процентын тәшкил итергә тейеш. Әгәр кеше үҙенең ер сутыйын белә-күрә тәрбиәләмәй икән, был хәл ерҙе маҡсаты буйынса файҙаланмауға тиңләштереләсәк. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: бындай штрафтар шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә йәки баҡсасылыҡҡа ҡарағандарға янамай.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас