Йәмғиәт
6 Сентябрь 2022, 15:24

Кемдәргә субсидия бирелә?

“Үҙ продукциямды етештереп һатыу менән шөғөлләнеү хаҡында хыялланам. Был минең өсөн шәп табыш сығанағы булыр ине, тип иҫәпләйем. Өҫтәүенә, ошо йәһәттән Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ярҙам сараһы ла бар, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине.

Ф. РӘШИТОВА.

 

 – Халыҡ кәсептәре предприятиелары, аванс итеп, үҙ продукцияһын етештереүгә һәм уны һатыуға ярҙам рәүешендә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хәҙер предприятиеларҙың энергия ресурстарына һәм страховка иғәнәләренә тотонолған сығымды ҡаплаясаҡтар. Ә был ярҙамды аванс рәүешендә ай аҙағын көтмәйенсә аласаҡтар. Ярҙамдың был төрөнән 2022 йыл аҙағына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Был тармаҡ ойошмаһының әйләнештәге аҡсаһын арттырыуға, финанс тотороҡлолоғона булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителгәйне. 2024 йыл аҙағына Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡиммәттәрен нығытыуға һәм халыҡ художество кәсебе-шөғөлдәрен нығытыуға йүнәлтелгән 600 ижади проект тормошҡа ашырыласаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА

 

Читайте нас