

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов алданған өлөшсөләр проблемаһын нисек хәл итеү тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, 2022 йылдың ғинуар - авгусында Башҡортостанда 1 602 өлөшсөнөң боҙолған хоҡуҡтары тергеҙелгән.
2022 йылдың башынан төбәктә Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды менән эш барышында 1 451 кешегә 4,9 миллиард һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнгән. 140-тан ашыу өлөшсө фатирлы булды.
"Сентябрь башына республиканың проблемалы объекттарының берҙәм реестрында 80 йорт ҡала. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан 3,6 мең кеше боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүҙе көтә, – тине Артём Ковшов. – Биләмәләрҙе үҫтереү фондының күҙәтеү советы Башҡортостандың 77 “һаҡаллы төҙөлөшөнә” ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итте. Шуларҙың 39-ы – төҙөлөп бөтөү, 38-е компенсация түләүгә ҡағыла".
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөү графигын аныҡ контролдә тоторға ҡушты.
– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһе бар. 2023 йылдың аҙағына өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙергә һәм ошо мәсьәләне тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.