

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә меценатлыҡ темаһын күтәрҙе.
“Атайсал” “атайҙар ере”, “олатайҙар ере” йәки “йәнтөйәк” тип тәржемә ителә, ә республика Башлығы Р. Хәбировтың ошондай исемле проекты республика ауылдарында меценатлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Дөрөҫөн әйткәндә, баштараҡ бынан тотош проект эшләүҙең мәғәнәһен аңлап етмәй инем, сөнки тыуған ауылына ярҙам итергә телегән кеше быны бер ниндәй проектһыҙ ҙа эшләй бит. Ғөмүмән, был һәр кемдең шәхси эше кеүек тойола ине. Һуңыраҡ иһә проекттың ошондай меценатлыҡ идеяларын күләмлерәк итеүгә, танытыуға этәргес биреүен аңланым.
Бына мин дә, быйыл йәй әсәйемдең тыуған ауылы Оҙондарға ҡайтҡанда, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған ташландыҡ хәлдәге обелискты күреп ҡалдым. “Башта бындай һәйкәл менән шулай итергә мөмкинме ни”, тип йәнем көйҙө. Хәлгә аңлатма ябай ине, мәктәп бинаһы янында өр-яңы заманса һәйкәл ҡуйылған, ә ауыл ситендәге обелиск тураһында әкренләп барыһы ла онотҡан. Өҫтәүенә, иҡтисади хәле әллә ни шәптән булмаған ауыл Советтарының аҡсаһы ла юҡ тиерлек.
Тора-бара асыуымды үпкәләү тойғоһо алмаштырҙы, обелискты илле йылдан ашыу элек олатайым, ул осорҙа Оҙондар ауыл Советы башлығы булып эшләгән Зәйнетдин Бәҙретдинов ҡуйғайны. Тимәк, обелискка мөнәсәбәт олатайымдың иҫтәлегенә мөнәсәбәтебеҙҙе сағылдыра, тигән һүҙ. Уйлағандан һуң, обелискты төҙөкләндереү эшен ойошторорға булдым. Ә ниңә, ана, күпме кеше ошо уҡ “Атайсал”да, артыҡ һорау биреп тормайынса, үҙҙәренең ауылдарына ярҙам итә. Быны кәрәк тип тапҡанһың икән, ал да эшлә.
Башланғысымды туғандарым һәм Оҙондар халҡы хуплап сыҡты. Һәйкәл өр-яңы кеүек булды. Барыһы ла ҡыуанды. Изге хәтер тергеҙелде. Йәкшәмбе төҙөкләндерелгән обелискты асыу тантанаһын ойошторҙоҡ, һуңынан яҡташтарым менән мәсеттә доға ҡылырға һәм сәй табынына йыйылдыҡ. Ғаиләм, яҡташтарым менән осрашыуҙы эш сәфәре менән берләштерҙем, халыҡ менән осрашыу үткәрҙек, хәҙер унда күтәрелгән мәсьәләләр һәм проблемалар өҫтөндә эшләйбеҙ”, – тип яҙған Азат Бадранов.
Фото: vk.com/a.badranov
Сығанаҡ: vk.com/a.badranov