

Биләмәләр үҫеше фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан Республикаһы проблемалы объекттар һаны кәмегән тәүге биш төбәк исемлегенә ингән. Ә 1 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 106 объект ошондай тип танылғайны. 23 йорттағы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтары тергеҙелеп, был күрһәткес 83-кә тиклем кәмегән.
“Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау – туҡтауһыҙ эш алып барылған йүнәлештәрҙең береһе. Бурыс ябай түгел, күрелгән саралар һәм Рәсәй Хөкүмәте менән төбәктәрҙең бергә эш итеүе һөҙөмтәһендә алданған өлөшсөләр һаны кәмей”, – тип белдергәйне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Берҙәм проблемалы объекттар реестрына Рәсәйҙең 67 төбәге индерелгән. Уларҙың 47-һендә, дөйөм алғанда, 400-ө проблемалылар исемлегенән алынған. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе (– 109 йорт), икенселә – Новосибирск өлкәһе (– 31), өсөнсөлә – Башҡортостан Республикаһы (– 23), дүртенселә – Краснодар крайы (– 19), бишенселә – Ленинград өлкәһе (– 18 йорт).
Хәбәр ителеүенсә, 2022 йылдың беренсе кварталына ҡарата компенсация түләүҙәре 2,5 меңгә яҡын кешегә тәғәйенләнгән, уларҙың 83 проценты алған да инде, тағы 425-е көтә.
Айһылыу НИЗАМОВА