

2022 йыл башынан Башҡортостанда 29 меңдән ашыу кеше “Һөт кухняһы” продукцияһы менән тәьмин ителгән. Улар иҫәбендә – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ауырлы ҡатындар, туҡландырыусы әсәләр һәм өс йәшкә тиклемге балалар. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында социаль республика проектын үҫтереү хаҡында һөйләне.
Республикала “Һөт кухняһы” продукцияһын ете завод етештерә. 2021 йылда улар 3,6 мең тонна сеймал эшкәрткән. 6,3 миллион һөт порцияһы, 4,5 миллион кефир порцияһы, 3,3 миллион эремсек порцияһы һәм 2,8 миллион йогурт порцияһы әҙерләнде.
Алексей Гусев төбәктең ҡулланыусылар баҙары үҫешенең төп күрһәткестәре хаҡында ла һөйләне. 2022 йылдың ете айы йомғаҡтары буйынса республикала ваҡлап сауҙа итеү күләме уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 16,1 процентҡа – 621,7 миллиард һумға тиклем артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе урынды биләй.
Ведомствонан тыш сауҙаны үҫтереү тармаҡ эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе тип атаны министр.
– Был секторҙа урындағы етештереүселәрҙең тауарҙары күберәк тәҡдим ителә, – тип аңлатты Алексей Гусев. – Бындай сауҙа форматтарын үҫтереп, беҙ фермерҙар, кооперативтар һәм ҙур булмаған предприятиелар өсөн гарантиялы һатыуҙы тәьмин итә аласаҡбыҙ.
Тағы ла бер ыңғай тенденция – төбәктә алкоголдән ағыуланыу осраҡтарының кәмеүе. Алексей Гусев әйтеүенсә, 2021 йылда ошо сәбәп буйынса 57 кеше вафат булған – 2020 йылғы кимәлдән 22 процентҡа түбәнерәк.
2022 йылдың алты айында министрлыҡ белгестәре ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә халыҡтың 400-ҙән ашыу мөрәжәғәтен ҡараған, дәғүәләр яҙырға ярҙам иткән. 3 миллион һумдан ашыу суммаға матди зыян судҡа тиклемге тәртиптә ҡайтарылған.
Министр шулай уҡ күмәртәләп сауҙа итеү әйләнешенең – 13,1 процентҡа, дөйөм туҡланыу өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәр күләменең 4,1 процентҡа артыуын билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.