Йәмғиәт
7 Сентябрь 2022, 09:15

Баш ҡалабыҙҙа мәртәбәле форум уҙғарыла

Күп йүнәлешле үҙәктәрҙең уңышлы тәжрибәһе таратыла.

Баш ҡалабыҙҙа мәртәбәле форум уҙғарылаБаш ҡалабыҙҙа мәртәбәле форум уҙғарыла
Баш ҡалабыҙҙа мәртәбәле форум уҙғарыла

29 – 30 сентябрҙә Өфөлә “Минең документтарым” дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәренең VI Бөтә Рәсәй форумы уҙғарыла. Форум бер майҙансыҡта үҙәк етәкселәрен, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәрен берләштерә. Сарала Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Алексей Херсонцев һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнаша.

– Дәүләт хеҙмәттәре өлкәһе трансформациялар һәм һанлаштырыу йәһәтенән йылдам үҙгәрә һәм төбәктәрҙең алдынғы идеялары быға ҙур йоғонто яһай. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Дәүләт кешеләр өсөн” федераль проектына ярашлы дәүләт хеҙмәттәрен һәм сервистарын клиенттар, бизнес өсөн аңлайышлы һәм уңайлыраҡ итергә ниәтләй. Форум дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһендәге уңышлы тәжрибәләр менән таныштырыу, уларҙы башҡа төбәктәргә таратыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Алексей Херсонцев.

Форумдың эш программаһы өс блокка бүленгән. Ул пленар ултырышты, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе ҡулайлаштырыу мәсьәләһенә һәм күп йүнәлешле үҙәктең яңы маҡсаттарына арналған ике стратегик сессияны үҙ эсенә ала.

– Әле республикала күп функциялы үҙәктәрҙең Рәсәйҙәге иң күләмле селтәрҙәренең береһе эшләй, ул көн һайын 10 меңгә яҡын кешегә 350 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтә, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Был система халыҡты хеҙмәтләндеүҙең төп алымын тәшкил итә һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Әлбиттә, беҙ артабан да уны үҫтереү һәм камиллаштырыу йәһәтенән эш алып барасаҡбыҙ, ә бындай саралар тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Форумда “Рәсәйҙең иң яҡшы күп функциялы үҙәге” бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһала. Унда “Иң яҡшы төбәк күп функциялы үҙәктәр селтәре”, “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы белгесе” һәм “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы проекты” номинацияларында еңеүселәр иғлан ителә.

Әйткәндәй, Башҡортостандың күп функциялы үҙәге төрлө номинацияларҙа бер нисә тапҡыр призер булды. Дүрт белгес “Рәсәй күп функциялы үҙәгенең иң яҡшы универсаль белгесе” тип танылды.

– Быйыл конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы беҙҙә уҙғарыла. Рәсәйҙә күп функциялы үҙәк системаһын үҫтереүгә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да ғорурлыҡ һәм ихтирам менән республикабыҙҙа көтәбеҙ, – тине Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас