

Хеҙмәт урындары арта бара, эшләргә теләк кенә кәрәк. Рәсәйҙә онлайн-рекрутинг (эш урындары һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү) буйынса иң ҙур платформа булған “HeadHunter” күптән түгел үткәргән тикшеренеү шуны күрһәтте.
Волга буйы федераль округында 5 сентябргә ҡарата вакансиялар һаны 7,4 процентҡа артҡан. Иң күп буш эш урындары Удмутрияла – августа унда вакансиялар июлгә ҡарағанда 15,7 процентҡа күберәк асылған. Мордовия буйынса был күрһәткес - 10,1, Һамар өлкәһе буйынса 9,6 процент тәшкил итә. Башҡортостанда августа вакансиялар июль менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа күбәйгән.
Беҙҙең республикала айырыуса фән өлкәһендә, спорт һәм фитнес клубтарында, туризмда, ҡунаҡханаларҙа буш эш урындары артҡан, ә дәүләт хеҙмәтендә, юридик ойошмаларҙа, киреһенсә, кәмегән.
Фото: rabota.ru