Йәмғиәт
7 Сентябрь 2022, 07:45

Салауатта – фестиваль

 Оҫталар, йәш флористар һәм дизайнерҙар үҙ-ара ярышасаҡ

Салауатта – фестивальСалауатта – фестиваль
Салауатта – фестиваль

Тиҙҙән Салауат ҡалаһында ландшафт дизайны фестивале үтәсәк. Оҫталар, йәш флористар һәм дизайнерҙар үҙ-ара ярышасаҡ.

Ландшафт дизайны фестивален ойоштороусылар теләгәндәрҙе үҙҙәренең көстәрен һынап ҡараға саҡыра. Һәр бәйгесегә 20 квадрат метрға тиң майҙан бирелеп ҡуйыласаҡ. Улар уны биҙәргә тейеш була ла инде. Әлбиттә, конкурсанттарға үҫемлектәр, таштар, ағастар һәм башҡа кәрәк-яраҡ биреләсәк. Фантазияңды ек кенә!

Жюри “Иң яҡшы ландшафт исталляцияһы”, “Иң яҡшы тирә-яҡты йәшелләндереүсе”, “Ландшафтта предмет” номинациялары буйынса еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ.

Ижади бәйге 12–17 сентябрҙә уҙасаҡ. Эштәрҙе Салауат ҡалаһы, К. Маркс урамы, 22 (34-се кабинет) адресы буйынса ебәрергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(3476) 35-62-50.

Фото: Салауат ҡалаһының ҡала хужалығы идаралығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас