Йәмғиәт
8 Сентябрь 2022, 04:00

Егеттәргә рәхмәт!

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тәне бешкән бер йәшлек малайҙы дауаханаға алып барып еткерешергә ярҙам иткән

Егеттәргә рәхмәт!Егеттәргә рәхмәт!
Егеттәргә рәхмәт!

Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, полиция лейтенанты Азамат Ғиззәтуллинға һәм полиция лейтенанты Роберт Мөхәмәтшингә Hyundai Creta автомобиле водителе ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

Атай кеше бер йәшлек сабыйҙарының тәне бешеүе, әлеге мәлдә уның әсәһе менән автомобилдә булыуы һәм юлдағы көслө тығын арҡаһында медицина учреждениеһына барып етә алмауҙары тураһында һөйләгән.

Һөҙөмтәлә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре штаттан тыш сетерекле хәл тураһында ведомствоға хәбәр итеп, етәкселектән уларҙы дауаханаға тиклем оҙатырға рөхсәт алған. Патруль машинаһында махсус тауыш сигналдарын тоҡандырып, балалары зыян күргән ғаиләнең автомобилен Республика яныу үҙәгенә тиклем алып килгәндәр.

20 минуттан һуң улар медицина учреждениеһы ҡапҡаһы төбөндә булған. Сабыйға тиҙ арала квалификациялы ярҙам күрһәтелгән.

Кеше бәләһенә битараф ҡалмаған хеҙмәткәрҙәргә афарин тиәһе генә ҡала.
Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас