Йәмғиәт
8 Сентябрь 2022, 17:15

Хеҙмәт алдынғыларына – дәүләт наградалары

Ил етәксеһе ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәт алдынғыларына – дәүләт наградаларыХеҙмәт алдынғыларына – дәүләт наградалары
Хеҙмәт алдынғыларына – дәүләт наградалары

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәгән хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм аҙыҡ индустрияһы өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн “Бәләбәй һөт комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең техник директоры Владимир Ильин “Рәсәй аҙыҡ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була.

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм ветеринария өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ”Маяҡ” йәмғиәтенең баш ветеринар табибы Илсур Төхвәтуллин “Рәсәйҙең атҡаҙанған ветеринар табибы” исеменә лайыҡ була.

- Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн "Ағиҙел-Инвест-Строй" йәмғиәте генераль директоры Филүс Ишбулатов “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары” орденының икенсе дәрәжә миҙалы менән бүләкләнә.

- Шундай уҡ наградаға Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм халыҡ именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү хеҙмәте федераль идаралығының территориаль бүлексәһе баш белгес-эксперты Наилә Заһретдинова лайыҡ була.

Фото: kremlin.ru

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас