

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү буйынса эш төркөмө ултырышын уҙғарған. Уны Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе эргәһендә урынлаштырырға күҙаллайҙар.
Проекты тормошҡа ашырыу юлдары барланған сарала министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, туризм һәм археология өлкәһендәге эксперттар, бизнес вәкилдәре ҡатнаша.
Радий Хабиров музейҙың проектын 2022 йылдың аҙағына тиклем эшләүҙе бурыс итеп ҡуя. Был кәшәнә биләмәһен әҙерләргә, төҙөлөш-монтаж эштәре графигын төҙөргә, проектҡа инвесторҙарҙы һөнәрселәрҙе, фән һәм йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Тарихи документтар, археологик эҙләнеүҙәр нигеҙендә музейҙы төҙөү үҙенсәлектәрен билдәләү, Турахандың уникаль шәхес икәнлеген аңлап, был биләмәлә ваҡиға программаһын төҙөй башлау бик мөһим, тип билдәләй республика Башлығы.
Проект барышында тәүге сара булараҡ “Мәжит уҡыуҙары” халыҡ-ара ғилеме-ғәмәли конференция уҙғарыу күҙаллана.
2023 йылда буласаҡ музей майҙанында заманса визит-үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙа инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһен билдәләне.
"Проект менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙарҙы “Инвестиция сәғәте” ултырышына саҡырырға һәм һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ", – ти Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.