

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект проекта "Жильё и городская среда") ярашлы, Үрге Тәтешле ауылында район мәҙәниәт йорто биләмәһенең көньяҡ өлөшө төҙөкләндерелә.
Проектҡа ярашлы, тротуар бордюрҙары, өс эскәмйә барлыҡҡа киләсәк, 14 яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ.
Подрядсы бурыстарын үҙ иңдәренә алған урындағы предприятие, контракт төҙөү менән, төҙөкләндереү эштәрен башлаған. Әлеге ваҡытта бордюрҙар ҡуйылған, эскәмйәләр өсөн урындар әҙерләнгән.
Үрге Тәтешле үҙәгендәге позитив үҙгәрештәргә барыһы ла шат. Биләмәлә ауыл халҡы өсөн буш ваҡытта саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә шарттар тыуҙырыласаҡ.
- Бындай эштәр бик мөһим, сөнки ауылдарыбыҙ заманса, йәшәү өсөн уңайлы булһа, районға йәштәр ҙә йәшәргә ҡайтасаҡ, - тип билдәләне Үрге Тәтешле ауыл Советы хакимиәте башлығы Владимир Марданов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан