Йәмғиәт
8 Сентябрь 2022, 11:30

Йырсылар майҙан тота

“Боевая высота” республика фестивале ойоштороласаҡ

Йырсылар майҙан тотаЙырсылар майҙан тота
Йырсылар майҙан тота

18 сентябрҙә “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында  патриотик йырҙар башҡарыусыларҙың VII “Боевая высота” республика фестивале ойоштороласаҡ. Унда илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ижадсылар майҙан тота. Сәхнәнән һуғыш һәм тыныслыҡ тураһында хәрби-патриотик, ватан, армия, ҡаһарманлыҡ һәм намыҫ тураһында йырҙар яңғыраясаҡ.

Сараның хедлайнерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александра Павлова.

Әйткәндәй, “Боевая высота” фестивале Башҡортостандың визит карточкаһы булараҡ, Рәсәй тарафтарында ла ҙур билдәлелек яуланы. Проект йәштәр күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас