Йәмғиәт
9 Сентября 2022, 18:00

“Асҡар, хөрмәт итәм!”

Радий Хәбиров: "Донбасс халҡын яҡлаған еңел булмаған заманда ул ғәҙеллек һәм Рәсәй һағына баҫты".  

“Асҡар, хөрмәт итәм!”“Асҡар, хөрмәт итәм!”
“Асҡар, хөрмәт итәм!”

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Был – Асҡар Абдразаҡов, дөрөҫөрәге – беҙҙең Асҡар һәм ғорурлығыбыҙ. Ул – ысын мәғәнәһендә бөйөк йырсы, әммә иң мөһиме – көслө һәм ысын ир-егет! Илебеҙ үҙ мәнфәғәттәрен һәм Донбасс халҡын яҡлаған еңел булмаған заманда ул ғәҙеллек һәм Рәсәй һағына баҫты. Бөгөн ул Луганскиҙа ошо ҡаланың барлыҡҡа килеүенә 227 йыл тулыу айҡанлы концерт ҡуя, уның халҡына йырҙарын бүләк итә.

Ҡала көнө менән, Луганск!

Хөрмәт итәм, Асҡар!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/wall413272232_874398

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас