Йәмғиәт
9 Сентябрь 2022, 16:45

"Был подрядсы менән башҡа эшләмәйәсәкбеҙ"

Учалы ҡалаһы быуаһының яр буйы төҙөкләндерелә.

"Был подрядсы менән башҡа эшләмәйәсәкбеҙ""Был подрядсы менән башҡа эшләмәйәсәкбеҙ"
"Был подрядсы менән башҡа эшләмәйәсәкбеҙ"

9 сентябрҙә Учалы районына сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Учалы. Хыялға юл” йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү проектының тормошҡа ашырылыу барышы менән танышты.

2020 йылда ҡала быуаһы яр буйын төҙөкләндереү концепцияһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булып таныла. Уны Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты белгестәре, ISAEV architects архитектура бюроһы Учалы халҡы менән берлектә әҙерләй.

Төп идея – ҡала халҡы өсөн һыу буйында уңайлы ял итеү урыны булдырыу. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 70 миллион һум аҡса бүленә.

Яр буйында күп функциялы павильон, уйын ҡорамалдары менән балалар майҙансығы төҙөлгән. Пляж тирәләй яҡтыртылған юлдар, балыҡ ҡармаҡлау һәм ял итеү өсөн пирстар булдырылған. Шулай уҡ ҡояштан ҡапланыу өсөн япма, ятыу урындары, кейенеп-сисенеү кабинкалары урынлаштырылған. 1-се башҡорт лицейы эргәһендә тренажерҙар, баскетбол майҙансығы хәстәрләнгән.

Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Ғәзизов төҙөкләндереү эштәренең яйыраҡ барыуын, объекттың 95 процентҡа әҙер булыуын билдәләне. Тупраҡ ташыу, йәшелләндереү эштәре ҡалған. Был эштәрҙе 31 октябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Республика етәксеһе ҡала быуаһы яр буйын ҡарап, подрядсы ойошманың тейешле темпта һәм сифатлы эшләмәүенә дәғүә белдерҙе.

“Был подрядсы республика биләмәһендә бер нисә объект алып, бурысын ваҡытында башҡарманы. Беҙ хәлде тиҙ арала төҙәтербеҙ, әммә уның менән башҡа эшләмәйәсәкбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/157523.html

Автор:Римма Султанова
Читайте нас