

Һәр кеше бала сағына, тыуған тупрағына бәйле хәтирәләрҙе йөрәк түрендә һаҡлай. Абдулхай Юнысов өсөн дә ғүмер бүләк иткән ата-әсәһе, тыуған яғы ғәзиз. Ул Салауат районының Юлай ауылында биш балалы татыу ғаиләлә тәрбиәләнә. Әсәһе Мәфрүзә апай менән атаһы Абдулла ағай, ҡыҙ-улдарын үҙҙәре өлгөһөндә эшкә өйрәтеп, хеҙмәт һөйөүсән, тырыш һәм ауырлыҡҡа бирешмәҫлек, маҡсатҡа ынтылыусан итеп үҫтергән.
Тыуған ауылы Юлай мәктәбенә уҡырға төшөп, артабан өлкән кластарҙа Әлкә урта мәктәбендә белем алған, бала сағынан техникаға ылыҡҡан егет өлгөргәнлек аттестаты менән бергә тракторсы-машинист таныҡлығы ла алып сыға. Бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе лә хуп күрмәй, ауылда ҡалырға ҡарар итә һәм тыуған ауылында тракторсы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. 1980 йылдың көҙөндә йәш егетте әрме сафына алалар. Афғанстанда һуғыш ғәрәсәтендә хәрби бурысын үтәргә тура килә уға. 1983 йылда, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, “тимер ат” штурвалына ултырып, “Салауат” колхозының Юлай бригадаһында тракторсы булып эш башлай.
– Атайым тәжрибәле механизатор ине. Һөнәренең барлыҡ нескәлеген һәм техниканың мөмкинлектәрен төшөндөргән кеше тап ул булды, – ти Абдулхай Абдулла улы, үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп.
Заманалар үҙгәреп, колхоз тарҡалғас, ғаилә башлығы, яратҡан һөнәрен алмаштырып, мәктәп ҡаҙанлығында оператор булып эшкә урынлаша. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫрап, ғаилә бюджетын тулыландыралар. Еңел автомобиль, “МТЗ” тракторы һатып алалар. Техника буш саҡта ауылдаштарына ер һөрөү, бесән әҙерләү һәм башҡа ваҡ-төйәк эштә ярҙам ҡулы һуҙырға ла өлгөрә, умартасылыҡ менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ул. Ныҡышмаллығы, тырышлығы менән айырылып торған, алдынғылар рәтендә булған, ал-ял белмәй эшләгән Абдулхай ағайҙың намыҫлы хеҙмәте төрлө маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһалана. Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән алдынғы механизатор район чемпионы ла була.
Абдулхай Абдулла улы – хәстәрлекле, бөтмөр ғаилә башлығы, балаларына өлгөлө атай, терәк-таяныс, ейәнсәр-ейәндәренә яратҡан олатай. Юлай мәктәбенә балалар уҡытырға килгән Хәйбулла районы һылыуы Әминә Ниғәмәтйән ҡыҙы менән 38 йыл татыу, өлгөлө ғаилә булып тормош көтәләр. Ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Юнысовтар ғаиләһе балаларын үҙҙәре кеүек хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләүгә өлгәшкән.
Бар ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған Әминә Ниғәмәтйән ҡыҙы ла, Абдулхай Абдулла улы ла йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. 2016 йылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ауылда стела ҡуйыу уларҙың тәҡдиме һәм тырышлығы менән ғәмәлгә ашырылды, шулай уҡ быйыл мәсет төҙөүгә күп көс һалдылар. Абдулхай ағай шулай уҡ ветерандар советы ағзаһы булып тора, яугир-интернационалистар иҫтәлегенә Әлкә ауылында обелиск төҙөүгә ҙур өлөш индерҙе.
“Ике уңған бергә тура килгән” тигән һүҙҙәр Юнысовтар ғаиләһе тураһында әйтелгәндер, моғайын. Улар, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, дәртләндереп, дәрт-дарман өҫтәп, һәр эште лә кәңәшләшеп, матур итеп донъя көтә. Ғаиләләге татыулыҡ, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын күреү, яҡындарының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәте, ихтирамы – Юнысовтар өсөн төп бәхет. Абдулхай ағай кеүек уңған ир-уҙамандар барҙа ауылдарыбыҙ үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыр, данлы традицияларын дауам итер, тип ышанабыҙ.
- Зөлфирә ВӘЛИУЛЛИНА
Салауат районы